Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

ЕМЕШ БИРГӘНДӘ ЕЛӘКТЕ НИМӘ МЕНӘН ТУҠЛАНДЫРЫРҒА

   

ЕМЕШ БИРГӘНДӘ ЕЛӘКТЕ НИМӘ МЕНӘН ТУҠЛАНДЫРЫРҒАЕМЕШ БИРГӘНДӘ ЕЛӘКТЕ НИМӘ МЕНӘН ТУҠЛАНДЫРЫРҒА
ЕМЕШ БИРГӘНДӘ ЕЛӘКТЕ НИМӘ МЕНӘН ТУҠЛАНДЫРЫРҒА

Емеш биреү осоронда еләк көс са­­рыф итә. Был ва­ҡытта уға артыҡ йәшеллекте үҫтерергә түгел, ә татлы, эре емеш-еләк формалаш­тырырға кәрәк. Шу­ға кү­рә һәр ва­ҡыт туҡландырыу­ҙы күҙәтергә һәм үҫемлектәргә уңыш­ҡа ярҙам ит­кән нәмәләрҙе ге­нә би­рергә кәрәк.

НИМӘ ЭШЛӘРГӘ:

1. Кесерткән төнәтмәһен ҡулланырға. Ул йомшаҡ туҡланыу тәьмин итә, еләк әүҙем үҫкән осорҙа ҡыуаҡлыҡҡа ныҡ булып ҡалырға яр­ҙам итә.
2. Әсетке ашламаһы һибергә. Уны тамыр системаһына һәм үҫемлек­тең дөйөм һаулығына ярҙам итеү өсөн сама менән ҡулланырға.
3. Калий иретмәләренә иғтибар итергә. Калий еләктең татлыраҡ, ты­ғыҙыраҡ һәм ҙурыраҡ булыуына булышлыҡ итә.
4. Емеш биргән осорҙа азот ҡулланмаҫҡа. Артыҡ азот күп япраҡ етештерә, әммә еләктең сифатын кәметә.
5. Ашлама һалыр алдынан түтәлгә һыу һибергә.
6. Үҫемлекте аҙ, ләкин йышыраҡ туҡландырыу яҡшыраҡ.
7. Мульча йәйеү мөһим. Был дым­ды оҙағыраҡ һаҡлай һәм еләкте та­ҙа тота.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас