Айырылыштыҡ. Никах балдағын ни эшләтәйем?

Балдағымды ни эшләтәйем?

Айырылыштыҡ. Никах балдағын ни эшләтәйем?Айырылыштыҡ. Никах балдағын ни эшләтәйем?
Айырылыштыҡ. Никах балдағын ни эшләтәйем?

Ҡайһы берәүҙәр йән асыуы менән никах балдағын атып бәрә. Ғәжәп, ләкин улар дөрөҫ эшләй һәм йылдар буйы йыйылған кире кисерештәрҙән арына. Психологтар никах балдағын һаҡламаҫҡа кәңәш итә. Хатта һул ҡулға кейеп йөрөгән балдаҡ та гел насар мөнәсәбәттәр тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ. Был яңы танышлыҡты ла тотҡарларға мөмкин.

Халыҡ һынамыштарына ышанһаҡ та, айырылышҡандан һуң балдаҡты ташларға, йә иретеп, башҡа биҙәнгес эшләтергә кәрәк. Әгәр кеше балдаҡты башҡаға бүләк итһә, ул уға кире тойғо күсерәсәк.

Белгестәр айырылышҡандан һуң ҡалған балдаҡты негатив өсөн "магнит" менән сағыштыра. Ташлау йәл, әлбиттә. Уны ломбардҡа биреү хәйерлерәк. Аҡсаның артығы булмай! Бик һирәк осраҡта кешеләр матур итеп, яҡшы мөнәсәбәт һаҡлап айырылыша. Был осраҡта никах балдағын иҫтәлеккә һаҡларға мөмкин, ти белгестәр.

https://vk.com/bua.koslara.

Автор:
Читайте нас