

Был рецепт буйынса ҡаты, һары сыр сыға. Ул магазиндан һатып алынғанға оҡшаш, әммә күпкә тәмлерәк һәм файҙалыраҡ.
Эремсек мотлаҡ ҡоро һәм сифатлы, майлылығы кәмендә 9 процент булырға тейеш, үҫемлек майы булмаҫҡа тейеш, юғиһә ул иремәйәсәк.
Бының өсөн кәрәк:
Эремсек - 1 кг;
һөт - 1 л;
аҡ май - 50 г;
йомортҡа - 3 дана;
сода - 1 балғалаҡ;
тоҙ - 1 балғалаҡ.
Әҙерләү:
✓ Һөттө ҡайнатып сығарырға.
✓ Һөткә эремсек һалып, һүле айырылғансы талғын утта бешерергә. Ҡатнашманы ҡайнатырға ярамай.
✓ Ҡатнашманы марлялы дуршлагҡа күсерергә һәм эремсек һыуын тулыһынса ағыҙырға.
✓ Сыр массаһын мискәгә һалырға, май өҫтәргә, болғатырға.
✓ Тоҙ, йомортҡа һарыһы, сода өҫтәргә. Ингредиенттарҙы яҡшылап бутарға.
✓ Ҡатнашманы аҙыҡ пленкаһы менән тышланған силикон формаға күсерергә. Һалҡын урында 3-4 сәғәт тоторға.