Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

БИК ТӘМЛЕ ЛИМОНАД

Эҫе көндәр етһә, бына тигән эсемлек буласаҡ.

Кәрәк буласаҡ:

350 г шәкәр;

2 л һыу;

350 мл лимон һуты (яҡынса 3 лимон)

Эш итеү тәртибе:

Шәкәрҙе ҙур булмаған кәстрүлгә һалып, 250 мл һыуҙа иретегеҙ. Талғын утка ҡуйып, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ. Әлеге ҡайнатманы бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ҡалған һыуҙы 350 мл лимон һуты менән яҡшы итеп болғатабыҙ. Өҫтөнә бөтнөк һәм боҙ һалып бирһәгеҙ тағы ла тәмлерәк буласаҡ.

"Тәмлетамаҡ" төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас