Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Июндә баҡса эштәре.

Июндә баҡса эштәре.Июндә баҡса эштәре.
Июндә баҡса эштәре.

СҮП УТАУ, ҺЫУ ҠОЙОУ

Июнь айында баҡса эштәренең ҡыҙған мәле. 

Ағастарҙы тәрбиәләү

Июндә ағастар емешкә төймәләнә. Тимәк, уларға һыу һәм файҙалы матдәләр кәрәк.

Һыу ҡойоуҙың төп ҡағиҙәләре:

  • Һәр баҡсасы һыуҙы үҙенсә һибә, шулай ҙа һирәк, әммә мул итеп ҡойоу — иң дөрөҫө буласаҡ.

  • Көн һайын һыу ҡойғанда, ерҙең өҫкө ҡатламын ғына дымлап сығырлыҡ итеп һыу ҡойһағыҙ, тамыр системаһы тәрәнгә китмәй, өҫтә генә ята.

  • Ҡоролоҡ осоронда бындай ағастар ныҡ зыян күрә.

  • Ҡышын тамырҙар өшөүе ихтимал.

  • Шуға ла һуңғы ваҡытта популяр булып киткән тамсылап һыу һибеүҙе күпселек баҡсасылар хупламай.

Туҡландырыу:

Йәй уртаһына тиклем ағастарҙы азотлы ашламалар менән туҡландырырға мөмкин:

  • Тиҙәкте, шулай уҡ тауыҡ тиҙәген һыуға болғатып һибеү тупраҡты азот менән байытасаҡ.

  • Азофоска (нитроаммофоска) кеүек, составында азот, фосфор, калий булған ашламалар ҙа ярай.

  • Макро ғына түгел, микроэлементтар булған комплекслы ашламалар ҙа ҡулай.

Ошо мәлдә киләһе уңышҡа нигеҙ һалына: ағастарҙа киләһе йыл сәскә атасаҡ сәскә бөрөләре формалаша. Шуның өсөн дә ашламалар һәм дым бик мөһим.

Быларҙы онотма:

  • Азотлы ашламаны күп ҡулланмағыҙ: был ағастарҙың көсөн икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәсәк — ул күп итеп япраҡ ярасаҡ, үҫентеләр ебәрәсәк.

  • Артыҡ үҫентеләр күп икән, көҙҙө көтмәйенсә уларҙы ҡырҡығыҙ — ул шулай уҡ ағастың көсөн ала.

Зарарлы бөжәктәргә ҡаршы көрәш:

Июндә ағастарҙы зарарлы бөжәктәр баҫып алыуы ихтимал. Шуға ла көн һайын уларҙыф тикшереп тороғоҙ.

Йәшелсәләрҙе тәрбиәләү

Был ваҡытта йәшелсә баҡсаһында ла эш күп, сүп үләндәре лә тиҙ үҫә.

  • Бер утап алһағыҙ, аҙаҡ еңел буласаҡ.

  • Аҙнаһына 2 тапҡыр, әммә һеңдергәнсе һыу ҡойоу яҡшы.

Сәскәләр

  • Ирис, пиондар: сәскә атып туҡтағас та, уларҙы ашлама менән туҡландырыу шарт.

  • Раузалар: әле сәскәгә бөрөләнгән. Улар матур, сағыу итеп сәскә атһын өсөн минераль комплекс менән туҡландырығыҙ.

  • Ләләләр: сәскә атып бөттө, тик уларҙы ҡаҙып алырға ашыҡмағыҙ.

    • Орлоҡҡа төймәләнеп ултырғандарын өҙөп ташлағыҙ.

    • Ләлә һабаҡтары һарғайып бөткәс кенә һуғандарын ҡаҙып алырға була.

    • Уларҙы көҙгә тиклем елләп торған урында, та һаҡлайбыҙ.

Ләлә һуғандарын ваҡытында ҡаҙып алмауҙың саҡтары:

  • Ҡаҙып алмаһағыҙ, ләлә ныҡ тәрәнгә китә — киләһе йылы уны таба алмауығыҙ ихтимал.

  • Икенсенән, сәскәнең матурлығы кәмей.


 

 

Автор:
Читайте нас