

Ул яҙғыһын әүҙем үҫкән һәм сәскә атҡан ваҡытта һыуҙы йыш ҡойғанды ярата.
Йәйге эҫелә , әгәр һауытындағы тупрағы яҡшы булһа, гөлгә 2-3 көн һайын һыу һибергә кәрәк.
Ә ҡышҡы осорҙа уны 7-10 көнгә бер тапҡыр ҡойоу ҙа етә.
Миҙгеленә ҡарамай, иң тәүҙә тупрағының өҫтө кипкәнме -юҡмы икәнен асыҡлау өсөн гөлөгөҙҙөң төбөн ҡарағыҙ.Сөнки уның ныҡ кибеүе лә, һыуҙы артыҡ мул ҡойоу ҙә берҙәй зарарлы.
Һыуҙы йыш һәм артыҡ ҡойғанда, гөлдөң тамырҙары һәм төбөндәге һабағы серей башлай.Тәү ҡарамаҡҡа япраҡтары йәшел төҫтә тора.
Гөлдөң туҡымалары ныҡ зарарланһа, япраҡтары һарғайып, уларҙа таптар барлыҡҡа килә һәм серек еҫе сыға.
Сәскәне һауытҡа дренажһыҙ ултыртыу ҙа насар.Артыҡ һыу ағып төшмәй, уға зыян килтерәсәк.
Шунлыҡтан һәр һауыт төбөнә баҡса магазинында һатылған сифатлы керамзитты һалырға онотмағыҙ.
Гөлөгөҙҙөң тупрағын яңыртҡанда уны ла яңыһына алмаштырығыҙ.
Ә инде ниндәйҙер сәбәп менән гөлөгөҙгә һыу ҡойорға онотһағыҙ, япраҡтары һулып йоҡара.Шунан ағара һәм кибә башлай.
Ҡайһы берҙә ҙур япраҡтарҙың ситтәре кибә.
Ярангөл һәм уның "игеҙәге" пеларгония теләһә ниндәй бүлмә температураһында ла үҫә.Тәүгеһенә 18-25, икенсеһенә 20-27 градус йылылыҡ кәрәк.
Гөл ҡышҡа әҙерләнгәндә лә япраҡтарының һарғайыуы күҙәтелә.
Ғәҙәттә, уның иң ҡарт ботаҡтары һарғая.
Был-нормаль күренеш.Сәскә яҙғыһын уянғас та яңынан терелеп, артабан үҫеп китә.
Шулай уҡ туҡлыҡлы матдәләргә ҡытлыҡ кисергәндә лә ярангөлдөн япраҡтары һарғайып кибә башлай.
Тәүгеһе-үҫемлеккә азот етешмәүе.
Икенсеһе- хлорофилл синтезы барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан айырым микроэлементтар дефициты.
Әгәр гөлгә азот менән магний етмәһә, уның япраҡтары яйлап һарғая.Йәғни хлороз күҙәтелә.
Уны булдырмау өсөн баҡса магазинан махсус ашлама һатып алып, һыуҙа иретеп, гөлдөң төбөнә һибергә кәрәк.
Гөл онло ысыҡ (мучнистая роса), тамыр һәм һоро серек сирҙәре, фитофтороз йоҡторһа ла , аҡ күбәләк, үрмәксе талпаны, үҫемлек бете ( тля) эйәләшһә лә сирләп, япраҡтарын ҡоясаҡ.
Ул шау сәскәгә күмелеп үҫһен тиһәгеҙ, 1 балғалаҡ калий монофосфатын 1 литр йылымыс һыуҙа иретеп, 2--3 аҙнаға бер тапҡыр ҡойоп тороғоҙ.
Тормош-көнкүреш, баҡсасылыҡ буйынса кәңәш-төңәш алғығыҙ, ошонда күберәк уҡый алаһығыҙ.