

" Һыу, һыу..."тигән өн сығарып-сығарып ала, ләкин уны берәү ҙә ишетмәй, өйҙәгеләр ҡайҙалыр киткән. Ауырыуҙың ялбарыуы шул хәтлем ҡыҙғаныс була, хатта көршәк тә тетрәнә.Ул кешегә ярҙам итергә теләп, ныҡ итеп көсәнә һәм мөмкин булмағанды эшләй: ауырыу янына, тап уның ҡулы эргәһенә шыуып барып туҡтай. Ауырыу күҙен аса һәм көршәкте күтәрә лә һыуһауҙан ярылған ирененә терәй. Шунда ғына көршәк эсендә һыу булмағанын аңлай. Ауырыу һуңғы көсөн көршәкте мөйөшкә бәреп ватыуға исраф итә.
Һығымтаһы шул: ҡәҙереңде белмәгәндәргә яраҡлашма, уларға ярҙам итергә тырышып, юҡҡа сығыуҙан һаҡлан. Кемдер һиңә ярҙам итергә теләп тә, ярҙамы килеп сыҡмаһа, уның тырышлығын лайыҡлы баһала!