Аджар бәлеше

   

Аджар бәлешеАджар бәлеше
Аджар бәлеше

Был бәлеш грузин кухняһына ҡарай. Уны әҙерләү бик ябай һәм иң мөһиме ҡамыр менән булышырға кәрәкмәй. Эҫе килеш ашаһаң тәмлерәк.
Бының өсөн кәрәк:
- йоҡа ләүәш - 2 дана;
- эремсек - 500 г;
- сулугуни сыры - 200 г;
- кефир - 400 мл;
- укроп - бәләкәй шәлкем;
- тоҙ - 1 балғалаҡ.
Әҙерләү:
Сулугуни сырын эре ҡырғыс­тан үткәрергә, эремсек, тоҙ ме­нән бутарға. Беренсе ҡат итеп та­баға кефирға манылған лә­үәш һалырға, икенсе ҡат итеп өҫтөнә эремсектең бер өлөшөн йәйергә. Ҡатламдарҙы ҡабатларға. Бәлештең өҫкө ҡатына ук­роп һибергә. 180 градусҡа тик­лем йылытылған мейестә ҡыҙарғанса 30-35 минут бешерергә.

Автор:
Читайте нас