

Һауа температураһы үҙгәреп тороуҙан ҡыяр йыш ҡына үҫеүенән туҡтай. Уның көсөн ҡайтарыу өсөн туҡландырырға һәм йылы шарт булдырырға кәрәк.
Ашлама рецебы:
- ҡоро әсетке - 1 ҡалаҡ;
- шәкәр - 1 ҡалаҡ;
- йылы һыу - 500 мл.
Барыһын бергә болғатып, йылы урында 2 сәғәт төнәтергә. Артабан төнәтмәне 5 литр һыуға ҡушырға. Уның 1 литрын алып, тағы ла 10 литр һыуға ҡушырға.
Ҡулланыу: һәр ҡыуаҡ төбөнә 500 мл төнәтмә, өҫтәмә рәүештә үҫемлек тирәһендәге тупраҡҡа бер ҡалаҡ көл һибергә.