Файҙалы кәңәштәр

   

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Ялға сыҡҡанда йә отпускка барғанда аҡсаны ҡулланылған буш помада, салфетка йә крем һауытына йәшерегеҙ.

Кейем сумкала йыйырсыҡланмаһын өсөн бөкләп түгел, ә рулет рәүешендә урағыҙ.

Багажды тапшырыр алдынан уны фотоға төшөрөгөҙ. Юғалһа, был уны тиҙерәк табырға ярҙам итер.

Сәфәргә әйберҙәр исемлеген төҙөһәгеҙ, уны үҙегеҙ менән алып барығыҙ. Кире йыйынғанда алған әйберҙәрегеҙҙе онотмаҫҡа ярҙам итәсәк.

Трассала күп йөк машиналары торған яғыулыҡ ҡойоу станция­ларында заправкалағыҙ. Алыҫ юлға йөрөүселәр ҡайҙа алдамауҙарын һәм яғыулыҡты яҡшы белә. Юл буйындағы кафеларға ла шул уҡ кәңәш.

Автор:
Читайте нас