Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ҡышҡылыҡҡа редис

   

Ҡышҡылыҡҡа редисҠышҡылыҡҡа редис
Ҡышҡылыҡҡа редис

Бының өсөн кәрәк:
Редис - 500 г;
үҫемлек майы - 2 ҡалаҡ;
петрушка - 1 шәлкем;
лавр япрағы - 1 дана;
борос - 1 - 3 дана;
тоҙ - тәменсә;
әсе борос - 1/3 дана;
һеркә - 30 мл;
һыу - 450 мл.
Әҙерләү:
Редисты йыуып, һабағын ике осо­нан да ҡырҡып, түңә­рәк­ләп ту­рар­ға. Һауытҡа һалырға. Ту­рал­ған йәшелсәне өҫтәргә.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, лавр яп­ра­ғы, борос бөртөктәре, тоҙ һалырға. Һыу тулыһынса ҡайнап сыҡ­ҡас, һеркә ҡойоп, болғатырға.
Алдан стерилләнгән банка тө­­бө­нә әсе борос киҫәктәрен һа­лыр­ға. Майҙы ҡыҙҙырып, һыуытырға, шу­нан боросҡа ҡойорға. Ар­табан әҙер йәшелсәне өҫтәргә.
Әҙер маринадты редис өҫтөнә ҡойорға. Тимер ҡапҡас менән консервалап ҡуйырға. Редисты һал­ҡын урында һаҡларға.

Автор:
Читайте нас