700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит үткәргес аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла шәкәр өҫтәп бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ болғап, 15 – 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана. Йәй тәмен хәтерләп, ҡышҡыһын рәхәтләнеп сәй эсергә насип булһын!