

✓ Өлгөрөп килгән культуралар өсөн һыу һибеүҙе сикләгеҙ. Һуғанды йыйыуға 15-18 көн ҡалғас, һыу һибеүҙе тулыһынса туҡтатығыҙ. Июль уртаһынан башлап виноградҡа һыу һибеүҙе сикләү яҡшы, оҙайлы ҡоролоҡ ваҡытында ғына мөмкин.
✓ Көндәлек тәртипте һаҡлағыҙ. Эҫелә һыу һибеүҙе, ашлама биреүҙе киске 5-тән һуң ғына эшләгеҙ. Ә бына утау, йомшартыу һәм уңышты (ҡыяр, еләк) йыйыуҙы иртәнге сәғәт 10-ға тиклем яҡшыраҡ.
✓ Баҡсағыҙҙы таҙа тотоғоҙ. Өлгөргән емештәрҙе даими рәүештә йыйығыҙ.
✓ Үҫемлектәрегеҙгә көстө дөрөҫ таратырға ярҙам итегеҙ. Ай аҙағында помидор һәм баклажандың бөтә яңы сәскәһен ҡырҡып ташлағыҙ. Ботаҡтар артыҡ йөкләнгән булһа, алмағастан йәшел емештең бер өлөшөн ҡырҡып ташлағыҙ, ботаҡтарҙы мотлаҡ терәү таҡтаһы менән нығытығыҙ.