

Төндә ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көсһөҙ, көндөҙ — көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк; йәшен ваҡытында уның секундына 17 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +12°+17°тиклем төшә, көндөҙ+23 ° +28 ° тиклем күтәрелә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төндә һәм иртән томан төшәсәк, шуның арҡаһында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмейәсәк. Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә яуым — төшөм булмаясаҡ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Ел төндә үҙгәреүсән йүнәлештә, көсһөҙ, көндөҙ — көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, йәшен ваҡытында уның тиҙлеге секундына 14 метрға тиклем артасаҡ.һауа Температураһы төндә — +15°+17°, көндөҙ — +24 ° +26°.