

Гортензияны тамырлаштырыр өсөн иң яҡшыһы-ағымдағы йылдың 10-12 сантиметр оҙонлоғондағы йәш үҫентеләре. Аҫҡы өлөшө бер аҙ ағасланған, өҫкө өлөшө йәшел һәм һығылмалы булырға тейеш.Аҫ яҡтан 45 градусҡа, өҫкө яғын тура киҫегеҙ. Аҫҡы япраҡтарҙы тулыһынса алып ташлағыҙ, өҫкө яғыһын яртылаш ҡырҡып алығыҙ. Тамыр барлыҡҡа килеү стимуляторын ҡулланығыҙ - Һабаҡтың аҫҡы өлөшөн «Корневин» тибындағы препарат йәки шуға оҡшаш препарат менән эшкәртергә мөмкин. Баҡса тупрағын, ҡомдо һәм бер аҙ перлитты бутап, үҫентеләрҙе дымлы субстратҡа 4-5 см тәрәнлеккә ултыртығыҙ. Контейнерҙы дымлылыҡты һаҡлау өсөн ҡапҡас йәки пакет менән ҡаплағыҙ. Бер аҙ күләгәле яҡтылыҡҡа ҡуйығыҙ.
Бер нисә аҙнанан тамырҙар барлыҡҡа киләсәк. Бынан һуң үҫемлекте айырым көршәккә йәки асыҡ грунтҡа күсереп ултыртырға мөмкин. Гортензия йәй ҙә, яҙ ҙа, көҙ ҙә яҡшы тамырлана, әммә йәйге үҫентеләр яҡшы һөҙөмтә бирә. Сәскә атҡан ботаҡтарҙы ҡулланмағыҙ - улар насар тамырлана. Һыуҙа ла тамырланмай: гортензия йомшаҡ субстратта ғына тамыр йәйә.