Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Ҡарағат менән ҡурай еләгенән әҙерләнгән ассорти ҡайнатмаһы

Һеҙгә бик тәмле һәм файҙалы ҡайнатманы әҙерләүҙең классик ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡарағат менән ҡурай еләгенән әҙерләнгән ассорти ҡайнатмаһыҠарағат менән ҡурай еләгенән әҙерләнгән ассорти ҡайнатмаһы
Ҡарағат менән ҡурай еләгенән әҙерләнгән ассорти ҡайнатмаһы

Кәрәк була:

Ҡара ҡарағат — 500 г

Ҡурай еләге (малина) — 2 кг

Шәкәр ҡомо — 2,5 кг

Әҙерләү тәртибе:

1.
Ҡурай еләген (малинаны) ентекләп сүп-сарҙан һәм ваҡ бөжәктәрҙән таҙартығыҙ. Һабаҡ осондағы япраҡсаларын (сәскә ҡалдыҡтарын) алып ташлағыҙ.

2.
Ҡурай еләген тәрән кәстрүлгә һалып, рецептта күрһәтелгән шәкәрҙең яртыһын тигеҙ итеп өҫтөнә һибегеҙ. Һутын сығарһын өсөн 8 сәғәткә ҡалдырығыҙ.

3.
Ҡарағатты һауытҡа һалып, һалҡын һыу ҡойоғоҙ. Өҫкә ҡалҡып сыҡҡан сүп-сарҙы алып ташлағыҙ. Артабан ҡарағатты яҡшылап йыуып, ҡағыҙ таҫтамал өҫтөндә киптерегеҙ.

4.
8 сәғәт үткәс, ҡурай еләген талғын утҡа ҡуйып, 5 минут ҡайнатығыҙ. Унан һуң утты һүндереп, ҡайнатманы бер аҙ һыуытығыҙ. Ошо уҡ тәртиптә икенсе тапҡыр ҙа ҡайнатығыҙ.

5.
Өсөнсө тапҡыр ҡайнатманы ҡайнап сыҡҡансы еткерегеҙ ҙә, уға әҙерләнгән ҡарағат менән ҡалған шәкәрҙе өҫтәгеҙ.

6.
Ҡурай еләге менән ҡарағатты бергәләп 10 минут ҡайнатығыҙ.

Автор:
Читайте нас