Һалҡын ысул менән маринадланған һарымһаҡ

Эшләүе һис тә ауыр түгел

Һалҡын ысул менән маринадланған һарымһаҡҺалҡын ысул менән маринадланған һарымһаҡ
Һалҡын ысул менән маринадланған һарымһаҡ

Кәрәк буласаҡ:

 Һарымһаҡ – 1 кг
 Һыу – 600 мл
 Тоҙ - 1 аш ҡалағы
 Шәкәр – 4 аш ҡалағы
 Бөтөн ҡара борос – 7 бөртөк
 Ҡәнәфер (гвоздика) – 10 бөртөк
 Аш һеркәһе (уксус) – 3 аш ҡалағы

 Әҙерләү тәртибе

 Һарымһаҡтың өҫкө ҡаты ҡабығын ғына әрсеп алырға.
 Кәстрүлгә һыу, тоҙ, шәкәр, ҡара борос һәм ҡәнәферҙе һалып ҡайнатырға.
 Уттан алғас, аш һеркәһен өҫтәп бутарға.
 Стерилләнгән быяла банкаға һарымһаҡ баштарын теҙеп тултырырға.
 Өҫтөнә әҙер маринадты тултырып ҡойорға.
 Ҡапҡасын ныҡ итеп ябып, һалҡынса урында һаҡларға. Һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәкмәй.
 2 айҙан һуң маринадланған һарымһаҡ әҙер була.

Автор:
Читайте нас