Ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Халыҡ дауалары ярҙам итә.

Ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итерҠолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер
Ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда, йүтәлдән түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Ҡолаҡ шаулаһа...

❖ 300 таҙартылған һарымһаҡты ярты литрлы банкаға тултырырға ла, өҫтөнә спирт ҡойорға. 3 аҙна төнәтергә. Ошо төнәтмәне көн һайын ярты стакан һөткә 20-шәр тамсы тамыҙып эсергә.

❖ 1 стакан ҡайнаған һыуға 1 ҡалаҡ мелисса үләнен һалып, сәй кеүек бешерергә. Был үләндең зыяны юҡ, уны оҙайлы ваҡыт һәм сикләнмәгән күләмдә эсергә була.

Баш ауыртҡанда

❖ Маңлайға, елкәгә йәки сикәләргә сей картуф, сөгөлдөр киҫәктәрен, сирень һәм дегәнәк япрағының өҫҡы яғын ҡуйығыҙ.

Йүтәл

❖ Бигерәк тә яҙ, йәй көнө йүтәл ауыр үтә. 2 ҡалаҡ аҡ майға 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ бойҙай оно, 2 балғалаҡ таҙа бал ҡушырға. Көнө буйы сәғәт һайын 1-әр балғалаҡ эсергә.

❖ Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн мүк еләге (брусника) һуты сиробын бал менән эсергә.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Сығанаҡ: "Даирә" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас