Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

ШАЙТАН ТАЯҒЫ

Шайтан таяғы халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланыла.

Үҫемлектең япрағы сәскә атҡан ваҡытта йыйыла. Күләгәлә киптерелә. Ул бауырҙың ағыулы матдәләргә ҡарата һаҡланыу үҙенсәлеген кѳсәйтә. Бынан тыш, үт барлыҡҡа килтереүгә һәм уны тиҙ арала сығарыуға булышлыҡ итә. Үҙ сиратында матдәләр алмашыныу һәм аҙыҡ эшкәртеү процесын яҡшырта. Шуға күрә шайтан таяғынан эшләнгән препараттарҙы бауыр циррозы, киҫкен һәм хроник гепатиттан тәғәйенләйҙәр. Үҫемлектең япрағынан һәм сәскәһенән әҙерләнгән тѳнәтмәне йѳрәк һүлпән эшләгәндә, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә, дѳйѳм шешенгәндә, бәүел ҡыуығы шешкәндә, геморрой булғанда ҡулланырға кәңәш итәләр.

Тѳнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған шайтан таяғы япрағы һәм сәскәһе ҡатнашмаһын (икеһе лә тигеҙ алына) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ѳҫтѳн ябып йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Уны 2-3 тапҡыр, ашар алдынан, 1/3 -1/2 стакан эсергә. Шайтан таяғы япрағынан әҙерләнгән тѳнәтмә экзема, нейродермит кеүек тире ауырыуҙарынан файҙалы.

Сығанаҡ: "Даирә" гәзите.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:
Читайте нас