Быуын сәскә бауырҙы, талаҡты дауалауҙа, аппетитты күтәреү, аш эшкәртеүҙе яҡшыртыу өсөн файҙаланыла. Уның составында В төркөмө витаминдары бар.
Уның тамыры ла шифалы. Инулинға, витаминдарға, калийға һәм үҫемлек шәкәренә бай. Уны ҡаҙып алып, йыуып, турап киптерәләр.
- Гипертонияны иҫкәртеү өсөн иртәнсәк бал һәм лимон ҡушып, быуын сәскә эсемлеге эсергә кәңәш итәләр.
- Талаҡ ауыртҡанда бер стакан ҡайнар һыуға 20 г ваҡланған тамырын һалып бешерергә һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
- Бауыр ауырыуҙарынан ике ҡалаҡ үҫемлек онтағына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп ҡайнатырға һәм ике ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ емеш һеркәһе ҡушырға. Төнәтмәне эҫе килеш көн буйы эсергә.
- Үпкә ауырыуҙарынан, бронхит менән ларингитты иҫкәртеү өсөн быуын сәскә тамыры менән арыҫлан ҡойроғо япрағынан төнәтмә әҙерләнә. Икәүһен дә бер үк күләмдә алып, өс ҡалаҡ ҡатнашмаға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бешерергә. Был төнәтмәне мунса ингәндә эсеү яҡшы.
- Аритмиянан бер ҡалаҡ ваҡланған тамырға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм бер-ике сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алып, бер балғалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.
- Һимереүҙән көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан ярты стакан быуын сәскә төнәтмәһе (бер ҡалаҡ ваҡланған тамырына – 0,5 л ҡайнар һыу) эсергә.
- Экзема, шеш һәм оҙаҡ бөтәшмәгән яраларҙы спиртлы төнәтмәһе йә тамырының һыуҙа ҡайнатып әҙерләнгән төнәтмәһе менән эшкәртергә.
Быуын сәскә менән әҙерләнгән сәй
Бер ҡалаҡ тамырына 1/4 стакан һалҡын һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға. 2 – 3 минут ҡайнағас, бал ҡушып эсергә.
Туҡлыҡлы эсемлек
Бер стакан ҡайнар һөткә 1/3 ҡалаҡ быуын сәскә һәм ике балғалаҡ бал һалырға һәм бер аҙ торғас, эсергә.