Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Чурчхелла эшләп ҡарайыҡ

Сәйәхәттән алып ҡайтҡан чурчхелла тигән тәмлекәсте үҙебеҙ эшләйек. Уның рецебын блогер Рәхимә Мусинаның социаль селтәрҙәге битләүенән алдыҡ.

Чурчхелла эшләп ҡарайыҡЧурчхелла эшләп ҡарайыҡ
Чурчхелла эшләп ҡарайыҡ

«Чурчхеланы тәүге тапҡыр 2018 йылда Абхазияла ауыҙ иткәйнем. Бөтә туристарҙың да күстәнәскә яратып алған ризығы тип уйлайым. Йылы яҡтарҙа урам лавкаларында матур итеп, күҙ ҡыҙҙырып элеп бөтәләр бит инде уларҙы (3-сө һүрәт).

Аҙаҡ үҙем эшләп ҡарарға ҡыҙығып, интернеттан рецебын да өйрәнгәйнем, тик сәтләүектәрҙе епкә теҙеп элеп, өҫтөнән ҡат-ҡат һут ҡойоп ултырыу мәшәҡәтенән ҡасып тотонманым. Быйыл башымда чурчхеланы сушилкаға йәйеп һалып эшләү идеяһы тыуҙы. Үҙенә күрә бер "ялҡау чурчхела" килеп сыҡты.

Эшләп ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ. Уның өсөн магазин һуты (сок), хатта һөт тә бара, шуға ҡыш буйы эшләп ашарға була. Мин һутты баҡса еләгенән үҙем яһаным. Бер кило еләккә бер литр һыу ҡойоп ҡайнаттым да һөҙөп алдым. Рецебы шундай: бер литр һутҡа 100 грамм кукуруз крахмалы йә юғары сортлы он, 200 мл һыу, шәкәр (үҙең теләгәнсә), 200 грамм сәтләүек алаһың.

Һутты кәстрүлгә ҡойоп ныҡ итеп эҫетәһең, уға алдан һыуға иҙеп әҙерләгән крахмалды (шәкәр ҙә шунда була) ҡояһың да болғай-болғай ҡуйы кисель хәленә еткерәһең. Шунан алдан ваҡлап ҡуйылған сәтләүекте өҫтәп болғатаһың да, утты һүндереп, 15-20 минут тирәһе массаның һыуына биреүен көтәһең. Инде батмустарға ҡойоп сушилкаға (духовкаға) оҙатһаң да була. Чурчхела пастилаға ҡарағанда тиҙерәк кибә (4-5 сәғәт тирәһе).

Минең чурчхелам абхаздарҙыҡынан да, төрөктәрҙекенән дә тәмлерәк килеп сыҡты. Уларҙыҡы ҡатҡан була икән. Эшләгән ыңғайы тәмле, ята бирһә ҡата башлай, тәме ҡайтышлана. Бешеренеү ҡағыҙына төрөп һаҡларға кәрәк», - тип яҙа хаҡлы ялдағы ханым.

Фото Рәхимә Мусинаның битләүенән алынды.

Чурчхелла эшләп ҡарайыҡ
Чурчхелла эшләп ҡарайыҡ
Автор:
Читайте нас