Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Помидор бешә башланы. Әрәм итмәйек!

Был соусты мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ. Тәмен белеп алһағыҙ, кибеттә һатылғандарға әйләнеп тә ҡарамаҫһығыҙ.

Баҡсалағы уңышты эш итеп, аш итеп ҡала торған ваҡыт.

Уны әҙерләү өсөн:

✅3 килограмм помидор,
✅750 грамм алма,
✅150 грамм һуған,
✅1 стакан шәкәр,
✅1,5 аш ҡалағы тоҙ,
✅1,5 аш ҡалағы уксус,
✅1 сәй ҡалағы корица,
✅ярты сәй ҡалағы төйөлгән ҡара борос кәрәк.

Помидор, алма, һуғанды таҙартып, турап, ҙур кәстрүлдә 1,5 сәғәт бешерәбеҙ. Бер аҙ һыуынғас, блендер менән иҙәбеҙ йәки ваҡ тишекле иләк аша үткәрәбеҙ.

Иҙмәгә барлыҡ тәмләткестәрҙе һалып, тағы 1 сәғәт самаһы ҡайнатабыз. Әҙер булыуға 5-10 минут ҡалғас, уксус һалабыҙ. Ҡайнар соусты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябабыҙ һәм төрөп ҡуябыҙ.

"Йәншишмә" гәзите

Асыҡ сығанаҡтан

Помидор бешә башланы. Әрәм итмәйек!
Помидор бешә башланы. Әрәм итмәйек!
Автор:
Читайте нас