Көнгәк
+17 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (3 - 9 август)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (3 - 9 август)Аҙналыҡ йондоҙнамә (3 - 9 август)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (3 - 9 август)

Ҡуҙы
Йондоҙҙар алдағы көндәрҙә ғаилә мөнәсәбәтендә тыныслыҡ урынлаш­ты­рырға вәғәҙәләй. Был кисектерелгән эште тамамлау өсөн яҡшы мәл.

Буға
Ваҡытығыҙҙы эшкә бағышлағыҙ. Аҙ­нала финанс хәлегеҙҙе ны­ғыта һәм киләсәктә еңеүҙәр өсөн ыша­ныслы нигеҙ һала алаһығыҙ.

Игеҙәктәр
Командировка уңышлы һәм күңелле, ә эш һөҙөмтәле булыр. Мөхәббәттә әүҙемлек күрһәтеү мөһим: һеҙҙең тырышлыҡ мөнәсәбәтегеҙҙе нығытасаҡ.

Ҡыҫала
Осорҙа һиҙемләүгә түгел, ә логикаға һәм факттарға ышаныу яҡшыраҡ. Киске сәғәттәр – киләсәктәге эште планлаштырыу өсөн иң ҡулай ваҡыт.

Арыҫлан
Ҡатмарлы хәлдән дөрөҫ сығыу юлын табыу, ныҡышмалылыҡ уңыш асҡысы буласаҡ. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта, шуға күрә баш­ланғыстар тәүге тырышлыҡтан уҡ уңышлы та­мамланасаҡ.

Ҡыҙ
Киләсәктә һеҙҙең алда иҫ киткес мөм­кинлек асасаҡ яңы танышыу булыуы ихтимал. Аҙна шәхси тормоштағы ҡыҙыҡлы ваҡи­ғаға бай була. Ағымдағы эшкә ыңғай йоғонто яһаясаҡ яңылыҡ көтөгөҙ.

Үлсәү
Ваҡытты күберәк ғаилә мәсьәләлә­ре­нә бүлегеҙ, туғандарығыҙға ярҙам итегеҙ. Ижади идеяларығыҙҙы дуҫтарығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы аласаҡ.

Саян
Тиҙҙән тормошоғоҙҙо үҙгәртә алырлыҡ кеше барлыҡҡа киләсәк. Мөхәббәт мажараларына әҙерләнегеҙ.

Уҡсы
Провокацияға бирешмәгеҙ. Арала­шыуҙа ихлас һәм асыҡ булығыҙ. Йондоҙҙар намыҫлы кешеләргә, шәхси тормошта ла, матди эштә лә тәртип урынлаштырырға яр­ҙам итә.

Ылаҡ
Эш менән тормош араһындағы тигеҙ­лек тураһында иҫкә төшөрөргә ваҡыт. Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға бик мохтаж. Был ваҡыт һаулыҡ нығытыу, ял итеү өсөн уңайлы.

Һыуғояр
Ижади йәки яратҡан шөғөл ҡыҙыҡлы асышҡа килтерергә мөмкин. Дуҫтары­ғыҙ менән осрашыу өсөн бик яҡшы ваҡыт.

Балыҡ
Яҡын кешегеҙҙең хис-тойғоһона һиҙгерлек күрһәтеү һеҙгә тә­рән рухи бәйләнеш булдырырға һәм мө­нә­сәбәтте нығытырға ярҙам итер. Иғтибарлы бу­лығыҙ – бәхет һеҙҙең яҡта, был мөмкинлек­те ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас