Интернеттан алынған түгел.Үҙемдең йылдар буйы яратып әҙерләгән ризыҡтарым.Бөтә ғаиләнең һәм ҡунаҡтарыбыҙҙың яратҡан ризығына күптән әүерелгәндәр.Бер ҙә ялыҡтырмай гел эшләге килә,ти хужабикә.
Ҡатыҡ. Мин үҙем дә балалар ҙа ҡатыҡ яратабыҙ.
Һөттө ҡайнатып йылымыс булғанса һыуытабыҙ. Һөт күпме кәрәк шулай алаһығыҙ.Мин өс йәки дүрт пепсик һөт һатып алам, эмаль кәстрүлдә ҡайнатам.Шул һыуынғас, магазин ҡаймағын бер стакан һалып болғатам да урап йылыға ултыртам.Кис эшләп ятһаң, иртән тороуға ҡатыҡ әҙер. Шул магазин ҡаймағы кеүек ҡуйы ғына, телеңде йоторлоҡ тәмле, шәкәр һалмай ғына эсергә лә ярай,шәкәр һалһаң бигерәк тәмле.Көн һайын магазиндан кефир алып йөрөгәнсә ошолай һәйбәтерәк минеңсә. Ҡатыҡ булһа, минең бәләкәсем аш та ашамай, шуны ғына эсеп тик йөрөй.
Интернеттан