Күҙ аҫтындағы шешмәктән арынырға ярҙам итә
Иртәнсәк күҙ аҫтындағы тоҡсайҙар кәйефегеҙҙе ҡырҙымы? Борсолмағыҙ, ҡыяр уны бөтөрөргә ярҙам итер. Уны нәҙек итеп телегеҙ ҙә, патч кеүек күҙ аҫтына һалығыҙ. 15–20 минут тотоғоҙ, шунан алып ташлағыҙ.
Онкологиянан һаҡлай
Ҡыяр составында секоизоларицирезинол, ларисирезинол һәм пинорезинол кеүек матдәләр бар. Был өс ҡушылма ҡайһы бер яман шеш төрҙәре, атап әйткәндә, күкәйлек, күкрәк һәм простата биҙе рагы барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Артериаль ҡан баҫымын көйләй, шәкәр һәм холестерин кимәлен түбәнәйтә
Ҡыяр һутында инсулин етештереү өсөн кәрәкле матдәләр бар. Уның составына ингән стериндар холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Ә күҙәнәк (клетчатка), калий һәм магний юғары ла, түбән дә артериаль ҡан баҫымын нормалләштерергә ярҙам итә.
Файҙалы кәңәштәр.