Файҙалы кәңәштәр
8 Августа , 08:00

Әнисте өҙөп ташламағыҙ! Файҙалы ул!

Әнис (укроп) орлоғоноң файҙаһы ҙур!


Баҡсала сүп үләне кеүек үҫкән әрһеҙ укроптың файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, ул эстә йыйылған, шул сәбәпле ауыртыныу тыуҙырған газдарҙы һәйбәт ҡыуа. Түбәндәге рецепт буйынса даими рәүештә укроп һыуы эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы, һейҙек ҡыуығындағы ауыртыныуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ. Өҫтәүенә был төнәтмә һейҙек тотмау, эс ҡаталау осраҡтарында ла килешә.

Әнис һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.

Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы әнис орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан 7-10 тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң, мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына 2-3 көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин.

"Файҙалы кәңәш"

Әнисте өҙөп ташламағыҙ! Файҙалы ул!
Әнисте өҙөп ташламағыҙ! Файҙалы ул!
Автор:
Читайте нас