

Кәрәк була:
3 кг ҡабаҡ ( таҙартылған килеш);
1 кг һуған;
1 кг кишер;
250 грамм үҫемлек майы;
3 ҡалаҡ тоҙ;
5 ҡалаҡ шәкәр;
300 гр томат пастаһы;
50 грамм уксус
Ҡабаҡты эре-торо турайбыҙ ҙа кәстрүлгә һалабыҙ, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып болғайбыҙ һәм ултыртып торабыҙ 1 сәғәткә һуты сыҡҡансы.
Һуғанды турайбыҙ ҙа, айырым табала ҡыҙҙырып алабыҙ.
Кишерҙе ныҡ ваҡ итмәй генә турап, табала йомшарғансы ҡыҙҙырып алабыҙ.
Шунан һуған менән кишерҙе ҡабаҡҡа ҡушып болғатабыҙ, ҡалған майҙы ҡушып талғын ғына утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 30 минут утта тотабыҙ. Ваҡыты- ваҡыты менән болгатып торабыҙ, төбөнә йәбешмәһен өсөн.
Ошонан һуң йәшелсәне блендер менән ныҡ итеп иҙәбеҙ. Тоҙ, шәкәр, томат пастаһын ҡушып тағы 10 минут тирәһе утта тотабыҙ.
Иң аҙаҡтан уксус һалабыҙ, 5 минут утта тотҡандан һуң стериль банкаларга тултырып, урап ултыртып ҡуябыҙ.
Үҙегеҙ теләгән прованс үләндәрен, ҡара борос, һарымһаҡ һалырға мөмкин, кемгә нисек оҡшай.
Фото: Уңғанбикәләр төркөмөнән.