

Башгидромет фаразы буйынса, республикала һыуыҡ көндәр оҙаҡҡа бармаясаҡ. 18 августан һауа массалары алмашына башлаясаҡ, һәм республикаға йылы йәй кире ҡайтасаҡ. Көндөҙгө температура +21, +24 °C тиклем күтәреләсәк. Йылы һәм ҡоро һауа торошо Башҡортостанға кесаҙна көнө, 20 августа әйләнеп ҡайтыр.
Бөгөн, 17 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса, көндөҙ урыны менән көслө буласаҡ. Көндөҙ һауа температураһы +15, +20 градус буласаҡ.
18 һәм 19 августа ла аҙыраҡ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Төнөн температура +5, +10-гә төшәсәк, көндөҙ +18-ҙән +25 градусҡа тиклем буласаҡ.