

Документта күрһәтелеүенсә, өҫтәләсәк 2 мең һумға цирктарға билет алырға мөмкин буласаҡ. Был үҙгәреш 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Әле проект коррупцияға ҡаршы бойондороҡһоҙ экспертиза һәм йәмәғәт фекер алышыуҙары үтә.
“Пушкин картаһы” - мәҙәни сараларға: театрҙарға, музейҙарға, күргәҙмәләргә, концерттарға, киноға һәм программала ҡатнашҡан башҡа ваҡиғаларға түләү өсөн тәғәйенләнгән исемле банк картаһы. Уны 14-22 йәшлек Рәсәй граждандары рәсмиләштерә ала.
Бөгөнгө көндә районда “Пушкин картаһы” менән “Бөрйән” кинозалына, район мәҙәниәт һарайында үткән сараларға, музейҙарға билет алырға мөмкин. Үҫмерҙәр һәм йәштәр был карта менән илдең бөтә төбәктәрендә лә ҡуллана ала.
Программа “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты (федеральный проект “Семейные ценности и инфраструктура культуры”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.