Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
2 Сентября , 11:00

Гортензияны ҡышҡылыҡҡа ябырға кәрәкме?

– Яҙын баҡса гортензияһын ултыртҡан инем. Яҡшы ғына үҫеп киттеләр. Ҡышҡылыҡҡа ботаҡтарын киҫеп ҡапларғамы?

Гортензияны ҡышҡылыҡҡа ябырға кәрәкме?Гортензияны ҡышҡылыҡҡа ябырға кәрәкме?
Гортензияны ҡышҡылыҡҡа ябырға кәрәкме?

– Тамырҙары нығып китһен өсөн, ултыртҡандан һуң тәүге ике йылда киҫмәгеҙ, ләкин үҫентене ҡышҡа шыршы ботағы менән ҡаплап ҡалдырырға кәңәш ителә. Ә инде ғөмүмән алғанда, гортензия көҙ көнө япраҡтары ҡойолоп бөткәс һәм яҙ көнө олононан һут хәрәкәткә килгәнсе киҫергә кәрәк. Ботаҡты тышҡы яҡҡа табан ҡараған бөрө өҫтөнән ҡырҡыу шарт. Эскә табан ҡарағаны өҫтөнән киҫелһә, ботаҡ үҙәккә табан үҫәсәк. Гортензия ҡуйы булмаһын өсөн, үҙәк ботағын, шулай уҡ ергә ауышҡан, йомшаҡ ботаҡтарын киҫәләр. Нескәрәк ботаҡтарҙа – 2 бөрө, ҡалғандарында – 4 бөрө ҡалдырып ҡыҫҡартыла. Оло үҫенте һыуыҡҡа түҙем була, шуға күрә ҡышҡа ябып ҡалдырыуҙы талап итмәй.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас