

Туҡланыу рационына күркә итен индерегеҙ!
Әгәр күркә итен даими рәүештә ашап торһағыҙ, ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм быуындар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, тире һәм һөйәктәрҙең торошон яҡшыртырға ярҙам итә.
Калийға бай. 100 грамм күркә итендә яҡынса 210 мг калий бар. Шуға күрә ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн файҙалы.
Фосфор сығанағы. 100 грамм күркә итендә яҡынса 200 мг фосфор бар. Майлылығы түбән һәм кальций булыуын иҫәпкә алғанда, күркә ите быуындар ауырыуҙары һәм остеопорозды иҫкәртеү өсөн файҙалы.
Тимер күп. Күркә итендә, һыйыр итенә ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк тимер бар. Тимер организм өсөн мөһим, ул тире һәм сәстең һаулығын һаҡлауға ярҙам итә.
Күркә ите - тәмле генә түгел, ә туҡлыҡлы һәм файҙалы аҙыҡ та!