Файҙалы кәңәштәр
10 Сентября , 13:00

Айвар соусы

Соус ҡуйы, туҡлыҡлы, еңелсә әсе тәм менән килеп сыға. Әселеген һәр кем үҙ ғаиләһенең тәменә ҡарап көйләй ала.Айвар соусын ит янына бирергә, икмәккә һылап ашарға йәки ҡайнар аштарға аҙ-аҙлап өҫтәргә була.

Добавить в предпочтительные источники Google

КӘРӘК БУЛАСАҠ:

 Татлы борос — 1 кг
 Помидор — 1 кг
 Әсе борос — 5 дана 
 Һуған — 500 г
 Һарымһаҡ — 3 тырнаҡ
 Тоҙ — 60 г
 Шәкәр — 60 г
 Үҫемлек майы — 30 г
 Һеркә (уксус) — 10 г
 Әҙер горчица — 1 аш ҡалағы

 ӘҘЕРЛӘҮ ЫСУЛЫ:

Барлыҡ йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәрегеҙ.

 Массаға тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, һеркә һәм горчица өҫтәгеҙ.

 Барыһын яҡшылап болғатып, 30–40 минут самаһы талғын утта быҡтырығыҙ.

 Әҙер булған соусты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ныҡ итеп ябығыҙ. Банкаларҙы йылы әйбер менән төрөп, һыуынғансы ҡалдырығыҙ.

 КӘҢӘШ:

5 әсе борос соусты шаҡтай әсе итә. Ә беҙҙең ғаиләлә ныҡ әсе яратмайҙар, шуға күрә мин ғәҙәттә 2–3 борос ҡына һалам. Һеҙ ҙә үҙегеҙгә кәрәкле әселекте һайлай алаһығыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа күберәк эшләп ҡуйырға була.

Соусығыҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас