Ҡыҙҙар! Был булочки бик оҡшап китте эле, һеҙгә дә тәҡдим итәм: 1 стакан һөттө ҡайнатып, ҡушам 1,5 сәй ҡалағы сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр, 6-7 ҡалаҡ он һалып болғатып баш яһайым. Ул тиҙ генә ҡабара, унан ҡушам 2 йомортҡа, тағы бер ҡалаҡ шәкәр, 3 аш ҡалағы көнбагыш майы, 50 грамдай йомшартылған аҡ май, 1 сэй ҡалағы тоҙ, иҫәп менән он өҫтәп, ҡамыр баҫам. Ҡабарғанын көтәм. баҫып тағы төшөрәм. Өҫтөнә йомортҡа туғып һөрткәс, он, шәкәр, майҙан әҙерләнгән присыпка һибәм.
Фото интернеттан