Бының өсөн кәрәк:
ҡабаҡ - 600 г,
тауыҡ - 400 г,
ҡаймаҡ - 200 г,
йомортҡа - 2 дана,
тәмләткестәр, борос һәм тоҙ - тәменә ҡарап,
үҫемлек майы - 1 балғалаҡ.
Әҙерләү:
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытырға.
Ҡабаҡты тышынан һәм орлоғонан таҙартырға һәм уртаса шаҡмаҡтарға турарға.
Табаны үҫемлек майы менән майларға.
Тауыҡ итен йыуып, бәләкәй шаҡмаҡ итеп турарға.
Ҡабаҡ һәм тауыҡты табаға күсерергә.
Тоҙ, тәмләткестәр өҫтәргә.
Барыһын да әкренләп бутарға.
Ҡаймаҡ һәм йомортҡаны айырым һауытҡа һалып болғатырға.
Ҡатнашманы тауыҡ менән ҡабаҡ өҫтөнә ҡойорға.
Йылытылған мейескә 40 минутҡа ҡуйырға. Ҡабаҡты тәмләп ҡарарға, әгәр ҙә ул һаман ҡаты булһа, йомшарғансы бешереүҙе дауам итергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!