Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 10:05

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән: әгәр 2018 йылда шул сәбәпле 211 кешенең ғүмере өҙөлһә, 2019-ҙа – 104, ә 2020-лә – 73. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән
Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән: әгәр 2018 йылда шул сәбәпле 211 кешенең ғүмере өҙөлһә, 2019-ҙа – 104, ә 2020-лә – 73. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. «Тимәк, беҙҙең алкоголгә ҡаршы кампания һөҙөмтәле. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйттек – бер йылда 4 мең литр ялған хәмерҙе һатыуҙан алдыҡ. Кисен һәм төндә магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ. Яңы йыл каникулдарында, һабантуйҙарҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә «ҡоро закон» индерәбеҙ. «Айыҡ ауыл» конкурсын уҙғарабыҙ. Республикала йәшәүселәр миңә йыш яҙа, рәхмәт әйтә. Статистика ла беҙҙең яҡта. Шуға күрә ялған алкоголгә ҡаршы көрәште дауам итәбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/1622478-v-bashkirii-sokratilas-smertnost-ot-otravleniy-alkogolem/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән
Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: