Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2022, 15:43

Һөйкөмлө, алсаҡ, гүзәл ул

Тирә-яҡ яҙғы һулышҡа сорналып, сағыу ҡояш тәбиғәтте уятып, нур бөрккән илаһи миҙгелдә Күгәрсен районының Ҡадир ауылында йәшәгән Зөһрә менән Абдулла Ҡолонбаевтар берҙән-бер ҡәҙерле ҡыҙҙарын ҡулына алып һөйөнә. Биш малай араһында үҫкән Зөлхизә бер ерҙә лә үҙен һынатмай, мәктәптә гел “биш”кә генә уҡый, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, шахмат, саңғы ярыштары еңеүсеһе булып йөрөй. Түләбайҙа башланғыс белемде алып, аҙаҡ Ҡалдар урта мәкәтәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия инс­титутының физика-математика факультетына документтарын тапшыра. Шаулап-гөрләп студент йылдары үтеп китә.

Һөйкөмлө, алсаҡ, гүзәл ул
Һөйкөмлө, алсаҡ, гүзәл ул

Тирә-яҡ яҙғы һулышҡа сорналып, сағыу ҡояш тәбиғәтте уятып, нур бөрккән илаһи миҙгелдә Күгәрсен районының Ҡадир ауылында йәшәгән Зөһрә менән Абдулла Ҡолонбаевтар берҙән-бер ҡәҙерле ҡыҙҙарын ҡулына алып һөйөнә. Биш малай араһында үҫкән Зөлхизә бер ерҙә лә үҙен һынатмай, мәктәптә гел “биш”кә генә уҡый, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, шахмат, саңғы ярыштары еңеүсеһе булып йөрөй. Түләбайҙа башланғыс белемде алып, аҙаҡ Ҡалдар урта мәкәтәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия инс­титутының физика-математика факультетына документтарын тапшыра. Шаулап-гөрләп студент йылдары үтеп китә.

Киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләгән белгес хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһында башлай, 1996 йылдан алып Һарыш ауылында асылған агролицейҙа эшләй. Яңы коллективта ул үҙ урынын таба, хөрмәт ҡаҙана. Тирә-яҡта танылған, белем, тәрбиә биреү буйынса көслө мәктәп һаналған лицейҙа күрше райондан килеп тә уҡыйҙар. Ғүмеренең 33 йылын уҡытыусылыҡҡа бағышлаған Зөлхизә Абдулла ҡыҙы. Юғары квалификациялы физика һәм математика уҡытыусыһы үҙенә ҡарата ла, балаларға ла талапсан. Оҫта, тәжрибәле һөнәр эйәһенең һөҙөмтәһе уңышлы. Был хаҡта уның бихисап Маҡтау грамоталары, уҡыусыларының төрлө олимпиадала еңеүе, призлы урындары, берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырып, илебеҙҙә престижлы һаналған өҫтөнлөклө уҡыу йорттарына инеүе һөйләй. Мәктәптә ул уҡытҡан математика, физика, астрономия фәндәрен яратмаған бер уҡыусыны ла осратмаҫһың. Улар һәр дәрескә әҙер, күңел биреп уҡый. Зөлхизә Фәттәхова етәкләгән класс уҡыусылары уны яҡын кешеһеләй ҡабул итә. Балаларҙы ысын күңелдән һөйгән, ихлас кешеләр генә бындай мөнәсәбәткә лайыҡ. Зөлхизә Абдулла ҡыҙы мәктәптән сығарылған уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәй, һәр береһенең яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, борсола, уңыштарына һөйөнә. Күптәре үҙҙәре атай, әсәй булған ғаиләле кешеләр. Яратҡан класс етәкселәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар, тыуған көнө, һөнәри һәм башҡа байрамдар менән ҡотлап, ҡунаҡҡа килеп китәләр, килен, кейәү, балалары менән таныштыралар.
Ике улға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырған. Өлкәне Эльдар журналистика өлкәһен һайлаған оҫта белгес, ун йылдан ашыу «Ашҡаҙар» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Стәрлетамаҡта төпләнеп, ҡатыны Сөмбөл менән Ғайсар, Ибраһим һәм Мәликә исемле балалар үҫтерәләр. Кесе улы Булат, ҡатыны Әлиә, улы Рамазан менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй.
- Улдарым – бөркөттәрем, тормошом мә­ғә­нәһе. Шөкөр, тимен, ишәйҙек. Тупылдашып ейән-ейәнсәрҙәрем үҫеп килә. Уларҙың “Өләсәй!” тип эргәмдә йүгерешеп йөрөүе үҙе бер тылсымлы, күңелгә рәхәтлек биргән күренеш. Донъялар тыныс, имен булһын, йәш быуын бәхетле йәшәһен, - ти Зөлхизә ханым.
Ауылда йәшәгәнгә күрә уңған, егәрле ҡатын ҡул ҡау­шырып, ваҡытты бушҡа уҙғармай: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәйге айҙарҙа емертеп баҡсаһын үҫтерә, ихатаһын гөл-сәскә менән биҙәй. Шәл, бейәләй, йөн ойоҡ бәйләй, сигеү сигә, хатта һүрәт төшөрөргә маһир. Зөлхизә Фәттәхова йыр-моңға һәләтле. Зәйлә Әлмөхәмәтова етәкләгән “Илһам” ансамбле солисы ла ул.
- Шул ансамблдең һәр сығышын һоҡланып ҡарай инем, Әминә исемле апайҙың юбилейында Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы менән танышыу бәхете тейҙе. Улар менән бергә моң донъяһына сумырға теләгем барлығын һиҙепме, әллә юбилярҙы ҡотлап йырлағанымды оҡшатыпмы, Зәйлә апай төркөмгә саҡырҙы. Мин шуға бик шатмын һәм бәхетлемен. Ансамбль мине йылы һәм матур ҡаршы алды. Ижади тор­мош менән ҡайнау оҡшай миңә. Төрлө йырсылар менән концерттарҙа сығыш яһайбыҙ, яңы кешеләр менән танышабыҙ. Математика, физика уҡытыусыһы булһам да, башҡорт телен, мәҙәниәтен, мираҫын һаҡлап ҡалыу яҡлымын, - ти сәнғәткә ғашиҡ Зөлхизә Абдулла ҡыҙы.
Уҡытыусы эшенә мөкиббән бирелгән, уны яратып башҡарған Зөлхизә Фәттәхова һәр ерҙә лә өлгөр. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең агитаторы булараҡ та күп эш атҡара, мәктәп сайтын, Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдө алып бара, АИС электрон журналы өсөн яуап­лы. Имтиханға әҙерләнгән балаларға психологик ярҙам күрһәтә.
Йәмле яҙ айында тыуған һөйкөмлө, яғымлы, алсаҡ күңелле Зөлхизә Абдулла ҡыҙы Фәттәхова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләне. Алдағы тормошо ла бәхетле мәлдәргә бай булһын. Барлыҡ өмөт-хыялдары тормошҡа ашып, ижади уңыштарға өлгәшеп, иҫәнлек-һаулыҡта оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Һөйкөмлө, алсаҡ, гүзәл ул
Һөйкөмлө, алсаҡ, гүзәл ул
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: