Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 20:00

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала

Яҙ һәм көҙ башланһа инде баҡсалағы сүп-сар үтә күбәйеп китә. Ысынлап та, һабаҡ һәм үләндең бөтәһен дә органик ашламаға ебәреп булмай. Контейнерҙарға ташларға ярамай, ҡайҙа ҡуйырға һуң? Мәләүездә өҫтәмә полигон барлыҡҡа килтереү кәрәклеге тураһында фекер йөрөнө.

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала

Контейнерҙар майҙансыҡтары янында сүп-сар, сығарылмай ҡалған ҡый туҙып ята. Кем ғәйепле?

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала. Ул, тәү сиратта, илебеҙҙә экологик торошто яҡшыртыу һәм тәбиғәткә зыянды кәметеү — рөхсәт ителмәгән күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, мөмкин тиклем күберәк сүп-сарҙы эшкәртеү һәм ҡалдыҡтарҙы кәметеүҙе яйға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформа башланғандан алып, сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү менән республикала дүрт төбәк операторы шөғөлләнә. Мәләүездә – “Эко-сити”.

Күптәр әрләргә тотонор. Ни өсөн? Сүп-сарҙы сығарыу графигы бар, аҙнаһына урам буйлап махсус техника килеп, тоҡтарҙы йыйып сыға. Ләкин контейнерҙарҙы бушатып, тирә-яҡты таҙартҡандан һуң, күп тә үтмәй – тағы ҡый өйөмө барлыҡҡа килә.

Берәүҙәр сүп-сарҙы йыйып өлгөрә алмаһа, икенселәре тағы ла күберәк ырғыта. Халыҡ контейнерҙарға нимә теләй, шуны бәрә. Бында көнкүреш ҡалдыҡтары ғына түгел, ағас, ботаҡ һәм кипкән үләндәр ҙә бар. Ә ҡағиҙә буйынса уларҙы бында һалырға ярамай. «Һәм яндырырға ла ярамай», - тип әйтерһегеҙ, әммә быны дөрөҫ эшләргә мөмкин бит: айырым бак ултыртып, ботаҡтарҙы һалып яндырырға, тик полиэтилен кеүек әйберҙәр һалмаҫҡа! Бынан органик ашлама килеп сыға, магазинда ул аҡсаға һатыла. Йышыраҡ сүп-сарҙы сығарырға кәрәк тиһегеҙме? Контейнерҙарға иғтибар итегеҙ – һәр саҡ буш тиерлек.

Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәйенсә баҡсалағы бөтөн ҡалдыҡты ергә бәреп китеүҙәре генә ни тора... Быны, әлбиттә, тәрбиәле, үҙен хөрмәт иткән кеше эшләмәй. Тәрбиәнең ни ҡыҫылышы бар тиерһегеҙ.

Тәрбиә – ул кешенең үҙ-үҙенә йүнәлеше, ул күрешкәндә һаулыҡ һорау, башҡа кешенең эшен ихтирам итеү. Тәрбиә – ул сүп-сарҙы урнаға еткереп ырғытыу. Хәл-ваҡиғаларҙы кисереү, аңлау тойғоһо юҡ икән, кешелә тәрбиә лә булмай. Кескәй сағында уҡ балаға ата-әсә “тәртипле бул” - тип өйрәтә, ә сабый ололарға ҡарап, уларҙың ғәҙәтен үҙенә “һеңдерә”. Әгәр ҙә атаһы бөтөн урамды яңғыратып сөскөрөп һеңгерҙе икән, эргәһендә ҡулынан тотоп барған улы ла артынан ҡабатлай. Әсәһе ҡыйҙы урамда ташлап китһә, балаһы майҙансыҡта уйнап йөрөгән саҡта кәнфиттең ҡабығын ырғыта.

Аҡыллы хужабикә йыйылған йомортҡа, һуған тышын сүп-сар биҙрәһенә ташларға ашыҡмай. Улар яҙғыһын йәшелсә-емеш үҫтергәндә тупраҡҡа ашлама булараҡ ҡулланыла. Өйҙә һаҡланған ҡағыҙҙың да ауылда файҙаһы ҙур. Улар мунса мейесенә ырғытыла. Ә бына төрлө пластик һауыттар һәм быяла шешәләр айырым ҡапҡа йыйылып барырға тейеш. Яндырылмаған сүп-сарҙы аҙнаһына бер тапҡыр махсус техника килеп ала.

Яҙ һәм көҙ башланһа инде баҡсалағы сүп-сар үтә күбәйеп китә. Ысынлап та, һабаҡ һәм үләндең бөтәһен дә органик ашламаға ебәреп булмай. Контейнерҙарға ташларға ярамай, ҡайҙа ҡуйырға һуң? Мәләүездә өҫтәмә полигон барлыҡҡа килтереү кәрәклеге тураһында фекер йөрөнө. Ошо арала “Линда” крәҫтиән-фермер хужалығы эргәһендә майҙансыҡ таҙартылды. Был урында йыйылған үлән, ағас ботаҡтары, япраҡ ҡабул ителә. Ҡый шредер йәғни махсус ҡоролма аша үткәрелә, аҙаҡ компост яһала. Тәгәрмәс покрышкаларын да бында тапшырырға мөмкин. Иң мөһиме – бушлай. Дөйөм был эш менән “Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар предприятие шөғөлләнә. Ҡыйҙы бында түгер өсөн тикшереү пункты аша үтергә кәрәк. Әлеге ваҡытта йыйылған үлән сүп-сары тап ошо майҙансыҡҡа сығарыла.

Күптәр уйлай, әгәр сүп-сар өсөн түләнгән икән, нисек теләйем шулай ырғытам, тип. Шуға күрә лә контейнерҙар эргәһендә төрлө ҡый өйөлөп ята. Ниндәй генә аҡса түләнмәһен, кешенең фекере үҙгәрмәйенсә, ҡала таҙа була алмай. Ә контейнер эргәһендә стихиялы сүплектәр ҡабат барлыҡҡа киләсәк. Бындай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн, проблемалы урындарҙа видеокамералар ҡуйыласаҡ. Контейнер майҙансығына ҡороған ағас, үлән ташлау осрағы теркәлһә, видеояҙма полиция хеҙмәтенә ебәрелә. Аҙаҡ протокол яҙыла һәм штраф һалына: күләме 500 һумдан алып 2 меңгә етеүе ихтимал.

“Сүп-сар” реформаһының тулыһынса эшләп еткермәүе тирә-яҡты бысратыуға аҡланыу була алмай. “Түләйем, шуға күрә ҡыйҙы ҡайҙа теләйем, шунда ташлайым!”-тигән һүҙҙәр яңғыратыу ҙа дөрөҫ түгел.

Тыуған еребеҙҙән сафлыҡ бөркөлөп торамы, әллә ҡыйға батҡанмы – ул беҙҙең намыҫ көҙгөһө. Ошо хаҡта онотмайыҡ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотоһы.

Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Сүп-сар реформаһы темаһы халыҡ өсөн мөһим булып ҡала
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: