Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2023, 20:57

Кешене үҙенең аяғындағы сөйәле кимәленән баһалаусылар бар

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: теге йәки был ойошманың ҡабул итеү бүлмәһендәге секретарҙарҙың ҡайһы берҙәре үҙенең шефына ҡарағанда ла дорфараҡ, тупаҫыраҡ, ҡәтғиерәк була. Һин төбәп килгән кешегә индермәҫ өсөн әллә ниҙәр ҡылырға әҙер улар. “Ҡабул итеү көнө түгел”, “кешеһе бар”, “үҙендә юҡ”, “кәңәшмә бара” һымаҡ һылтау табып, килгән кешене кире сығарырға ғына торалар.

Етәкселәр әллә шундайҙарҙы юрамал һайлап алалармы икән әллә тигән уй ҙа тыуғаны бар. Килеп ингәс, тәүҙә һиңә белендереп, баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сығалар, шунан кемлегеңде, ҡайҙан килеүеңде һорашалар. Оҡшаһаң - көтөргә ҡушалар, оҡшамаһаң - үрҙә атап кителгән сәбәптәрҙең береһен атайҙар. Түҙемлегең булһа - көтәһең, булмаһа икенсе ваҡытҡа ҡалдырып ҡайтып китәһең. Шулай, йыш ҡына һинең бәләкәй генә йомошоңдоң хәл ителеүе лә ошо ишек төбөндәге секретарға бәйле була.

Хәйер, дорфалыҡты һәр ерҙә күрергә була. Кеше нисектер көндән-көн уҫалыраҡ була бара кеүек ҡайһы берҙә. Оло кесене, кесе олоно бар тип белмәй. Һүгенеп һөйләшеү нормаға әйләнеп бара хәҙер. Бергилке ҡайһы бер тапшырыуҙарҙа, шоу-программаларҙа геройҙарҙың телмәре тотош “пип-пип”тәрҙән тора. Һәр һүҙ аша “пип” сигналы ҡулланғас, нимә тураһында һөйләгәндәре аңлашылмай ҙа хатта. Минеңсә, эше кеше менән бәйле булғандар айырыуса юғары мәҙәниәтле, ипле булырға тейеш.

Яңыраҡ дауаханаға танышым янына барғайным. Постағы мөләйем медсестра күренмәгәс, бер аҙ көткәндән һуң, күрше бүлмәләге бер ниндәй шөғөлһөҙ ултырған хеҙмәткәргә өндәштем, әллә ниндәй һүҙҙәргә барып етте. Шул тиклем белдекһеҙ икәнлегемде уның менән осрашмаһам белмәҫ инем, моғайын. Әммә ул минең кәйефемде төшөрмәне, сөнки беләм: иң һәләтһеҙҙәр һәм ҡурҡаҡтар ғына үҙенә йомош төшкәндәргә аяуһыҙ була.

Тупаҫлыҡ, һөмһөҙлөктө, ғөмүмән, бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин. Сиратта тороуҙы ҡайһы берәүҙәр әллә нимәгә һанай хәҙер. Бер минутта көтөргә яратмай. Сиратһыҙ алға тығылыусылар, билдәле, арттағыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шунан китә бер-береһен кәметеү, хурлау, мыҫҡыл итеү. Йомшаҡ күңелле, сабыр кеше, әлбиттә өндәшмәй, әр һүҙҙәре яман кешенең ауыҙынан сыға. Билдәле фекер эйәһе Карл Маркстың шундай һүҙҙәре бар:”Тупаҫ, тәрбиәһеҙ кеше генә аяғына яңылыш баҫҡанды насар һүҙҙәр менән әрләй, кәмһетә ала, сөнки ул һәр эшкә, ҡылыҡҡа баһаны аяғындағы сөйәл кимәленән бирә”. Тар күңелле, ваҡсыл, үҙ-үҙен генә ҡайғыртҡандар тураһында шулай әйткән ул. Нәҡ шундайҙар тормошта ығы-зығы, бәхәс, ыҙғыш тыуҙыра ла инде.

Һөмһөҙлөктө, тупаҫлыҡты элегерәк өгөт-нәсихәт, тәнҡит менән еңеп була ине. Хәҙер улай түгел. Тәнҡит һүҙе хәҙер кешене, киреһенсә, асыуландыра, уҫалыраҡ итә. Шуға ла тупаҫлыҡҡа тупаҫлыҡ менән яуап биреүҙән ҡасайыҡ. Дорфалыҡ менән кәмһеткәндәрҙе, хурлағандарҙы өндәшмәй еңеп була.

Лена Абдрахманова.

фото из сайта: stylishbag.ru

Кешене үҙенең аяғындағы сөйәле кимәленән баһалаусылар бар
Кешене үҙенең аяғындағы сөйәле кимәленән баһалаусылар бар
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: