Ҡотош ауылы клубы һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Оло йәштәгеләр көнө айҡанлы «Йылдар беҙгә кәртә түгел...» тип исемләнгән сара ойошторҙо.
Өлкәндәргә хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән байрамда Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов ауыл тормошонда, хәйриә эшендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫыла.