-Мин ҡартайҙым, һине өйөр башлығы итеп тәғәйенләргә уйлайым. Тик һин уға лайыҡлы икәнлегеңде иҫбатларға тейешһең. Бының өсөн иң көслө бүреләрҙе ал да, барыһына ла етерлек аҙыҡ алып ҡайт, - тигән. Яңы башлыҡ алты дуҫын ала ла һунарға китә. Кисен барыһы ла имен-аман, өйөрҙө туйындырырлыҡ ризыҡ менән ҡайта.
Өйөр башлығы:
-Һөйлә әле, нисек итеп берегеҙ ҙә зыян күрмәй, өҫтәүенә бөтәһенә лә етерлек табыш менән ҡайттығыҙ?
-Беҙгә һунарҙан ҡайтып килгән ун һунарсы осраны. Беҙ уларға һөжүм иттек, табышын тартып алдыҡ, - тип яуап бирә.
-Афарин, бик яҡшы. Иртәгә лә һунарға сығырһығыҙ, - тигән.
Яңы башлыҡ тағы теге алты дуҫын ала ла юлға сыға. Тик өйөр уларҙы кисен дә, иртәгәһен дә көтөп ала алмай. Өсөнсө көнгә генә яңы башлыҡ саҡ атлап бер үҙе генә әйләнеп ҡайта.
-Табыш эҙләп, урман эсенә индек. Ҡаршыбыҙға өс һунарсы осраны. Уларға һөжүм иттек, әммә улар беҙҙән көслөрәк булып сыҡты...
-Нисек инде?! – тип аптырай Ҡарт бүре. – Тәүгеһендә һеҙ ун һунарсыны бик еңел еңдегеҙ, ә быныһында өсәүгә ҡаршы тора алмағанһығыҙ?
-Эйе. Тик тәүгеһендә һунарсылар ғына булды. Ә быныһын да – иң яҡшы өс дуҫ ине! – тип яуап биргән яңы башлыҡ.
Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.