ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 13:09

БЫНА НИ ӨСӨН ҠОЯШ БАЙЫҒАС ИҘӘН ҺЕПЕРЕРГӘ ЯРАМАЙ

Һеперткегә бәйле ырымдар бик күп. 

Киң таралғандарын ҡарап үтәйек әле.
Өйҙә һәр ваҡыт аҡса булһын тиһәгеҙ, бер нисә һепертке ҡулланыу тыйыла.
Ҡунаҡтар сығып киткәс үк иҙән һеперергә ярамай. Юғиһә башҡа килмәүҙәре бар. Оҡшамаған кеше ҡайтып киткәс, иҙән һеперһәң, улар һеҙгә юлды бөтөнләй онотасаҡ.
Һепергәндә һеперткенең бер сыбығы төшөп ҡалһа, хәбәр көтөгөҙ.
Һеперткене болғарға, күтәрергә, йорт хайуандарына һуғырға ярамай, ауырыу ҡағыла.
Ҡояш байығандан һуң иҙән һеперһәң – бәрәкәт китә.
Төштә һепертке күреү – ауырға ҡалыуға.
Һеперткенең тотҡаһын аҫҡа ҡаратып ҡуйһағыҙ, өйҙә һәр ваҡыт аҡса була.

БЫНА НИ ӨСӨН ҠОЯШ БАЙЫҒАС ИҘӘН ҺЕПЕРЕРГӘ ЯРАМАЙ
БЫНА НИ ӨСӨН ҠОЯШ БАЙЫҒАС ИҘӘН ҺЕПЕРЕРГӘ ЯРАМАЙ
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: