ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 11:02

ТУҒАН ТЕЛЕМ ҠӘҘЕРЕН СИТТӘ ЙӨРӨГӘНДӘ ТАҒЫ ЛА НЫҒЫРАҠ АҢЛАНЫМ

“Нимәгә кәрәк миңә ул тел? Башҡортса уҡыуы, шиғыр ятлауы ҡыйын! Миңә урыҫса аралашыуы еңелерәк”.

ТУҒАН ТЕЛЕМ ҠӘҘЕРЕН СИТТӘ ЙӨРӨГӘНДӘ ТАҒЫ ЛА НЫҒЫРАҠ АҢЛАНЫМ
ТУҒАН ТЕЛЕМ ҠӘҘЕРЕН СИТТӘ ЙӨРӨГӘНДӘ ТАҒЫ ЛА НЫҒЫРАҠ АҢЛАНЫМ

Йортобоҙҙа йыш ҡына ошондай темаға бәхәстәр тыуып тора. Бәләкәй ҡыҙым Розалия кескәй сағынан туған телен өйрәнеүгә ҡаршылаша. Балам менән әңгәмәләрем йыш ҡынап һөнәри юҫыҡҡа инеп китеп, гәзит уҡыусылар, хеҙмәттәштәрем, дуҫтарым менән бәхәс ҡорғандай булып китәм. Шуға күрә Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы башҡорт теле сит ил сәйәхәттәремдә нисек ярҙам итеүе хаҡында бер-нисә фекерем менән бүлешкем килә.

Сәйәхәт иткән һайын офоҡтар киңәйә, тиҙәр. Был географик күҙлектән генә түгел, ә кешенең эске торошо, ошо тормоштағы, ерҙәге тотҡан урыны йәһәтенән дә шулай икәнлегенә инанам. Мәҫәлән, мин туған телемде республика эсендә генә ҡулланып, ситкә сыҡҡас ни тиклем кәрәкле ярҙамсым булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигәндәй, элекке яҙмаларымды ҡабатлармын, бәлки.

Башҡортостандан ситтә телемдең ҡәҙере, халҡым тарихын, йолаларын һәм мәҙәниәтен белеүгә тәүге һынау студент йылдарында булды. Бергә уҡыған курсташым, Силәбе ҡыҙы Лизиәгә ҡунаҡҡа барғанда ошо өлкәнең Арғаяш районында туй тантанаһында ҡатнаштым. Әйткәндәй, арғаяштар туған телен, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәтен бик ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡортостандан килгән башҡорт булғас, миңә һорауҙары ла күп булды. Шул ваҡытта күп нәмәне белмәүемә оялып ҡайтҡаным һаман хәтерҙә. Туған телемде беләм, ә бына йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, халҡымдың бай ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән танышлығым һай булып сыҡты. Артабан был бушлыҡты республикама ҡайтҡас тултырырға тырышҡаным иҫемдә. Шулай итеп, беренсе ситкә сығып туған телемдең ҡәҙерен аңлап ҡайтыуым шул уҙған быуаттың 90-сы йылдар уртаһында булды.

Артабан тормош үҙ яйы менән барып, ул ваҡыттағы тәъҫораттар тоноҡланып, урта йәштәргә еткәс сит илдәргә сыға башланым. Һәм иң беренсе иғтибар иткән күренешем тағы ла туған телемә бәйле булды.

Төркиәнең Истанбулында үткәргән биш көнөмдә лә: “Әл дә генә туған телемде беләм! Ҡара һин уны, мин бит быларҙың һөйләшен дә аңлайым, алтаҡталарындағы яҙыуҙарын да уҡыйым!”, - тиеп шатланып-осоноп йөрөүҙәрем һаман иҫемдә. Заманында дөйөм шауҡымға бирелеп, “нимәгә ул миңә башҡорт телен белеүе, урыҫ телен яҡшы аңлайым да инде, бик булмаһа инглизсә һупалармын”, -  тиеп ҡалмағаныма шатландым.

Уҙған йыл Грузияға сәйәхәт ҡылырға насип булды. Хәҙер үҙ аллы булған был илдә лә туған башҡорт телемде белеүем кәрәк булыр, тип уйламаным да. Әммә яңылышҡанмын икән. Илдең Таулы Аджария биләмәһенә сәйәхәткә алып сығып киткәндә үк экскурсия ойоштороусының телмәрендә туған телемә ауаздаш оҡшаш һүҙҙәр ишетеп ҡалдым. Баҡтиһәң, бер нисә быуат төрөктәрҙең ҡулы аҫтында йәшәгән был өлкә халҡы башлыса мосолманлыҡтарын һаҡлап, телмәрҙәрендә лә, йолаларында һәм туҡланыуҙарында ла төрки халыҡтары эҙен һаҡлаған. Тағы ла экскурсоводтың ер-һыу атамаларын, ауылдар исеменең аңлатмаһын туранан-тура аңлап, урыҫсаға тәржемә итеп ҡуҡырайып йөрөнөм.

Грузиянан ҡайтышлай осетиндар, ҡабарҙа-балҡарҙар ерҙәрендә туҡталып, бында ла офоҡтарым киңәйеп, Пятигорск-Биштау урамдарын байҡап, Эльбрусҡа күтәрелгәндә дүрт-биш милләт вәкиле менән һәммәбеҙ үҙ туған телендә һөйләшеп тә, аңлашып, дәрт-дарман алып, башҡортлоғома ғорурлығым тағы артып ҡайттым.

Быйыл ғинуарҙа сәйәхәт менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Дубай ҡалаһына юлландым. Ғәрәптәр төҙөгән был әкиәти илдә донъяның ҡайһы тарафынан кеме генә юҡ, иҫ китерлек! Халыҡ-ара иҫәпләнгән инглиз телен белмәйем бит инде, бергә барған өс Сибай ҡыҙы ла был телдә икмәк-тоҙлоҡ та һупаламай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҙна буйы илде арҡырыға-буйға йөрөп, төрлө илдәр, ҡитғалар вәкилдәре менән танышып, ҡайҙа урыҫса, ҡайҙа башҡортса әңгәмә ҡороп йөрөнөк. Төрөктәр, ҡаҙаҡтарҙың ресторандарында туҡланғанда рәхәтләнеп башҡортса һөйләштек, сөнки бер-беребеҙҙе аңлашыу йәһәтенән ошолай ҡулайыраҡ ине. Ҡаҙаҡ ресторанында эшләгән Ильяс исемле йәш егетте аптыратып, телдәребеҙ араһындағы оҡшашлыҡтарҙы, бигерәк тә һандарҙың бер төрлө яңғырашын әйтеп, уға Рәсәйҙә Башҡортостан тигән республика барлығын, һәм беҙ уның, әйткәндәй, Ильяс атаһы яғынан төрөк, әсәһе яҡлап тажик булып сыҡты, ҡәрҙәше икәнлеген аңлаттыҡ.

Һанап кителгән сәйәхәтнамәләремдән шундай һығымтаға килдем: артабан сит илгә ҡыҙымды ла алып сығырға кәрәк. Башҡорт теленең ни тиклем ҡәрҙәштәре күплеген, туған телен белеүе уның донъяны танып-белеүен ни тиклем киңәйтә алырын шунда аңлата алырмын тип ышанам. Шулай итеп, сәйәхәттәрем донъя менән танышыу, офоҡтарымды киңәйтеү менән бергә туған телемә, милләтемә һөйөүемде, ғорурлығымды арттырыуы менән дә ҡәҙерле хәҙер.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: