Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель , 09:45

ИРЕМ ҒҮМЕР БУЙЫ ҮҘЕН АЯП ЙӘШӘНЕ...

Өйләнешкәс тә әсәһе, берҙән-бер улымды һаҡла инде, килен, уның йөрәге сирле, тип әйткәйне.

ИРЕМ ҒҮМЕР БУЙЫ ҮҘЕН АЯП ЙӘШӘНЕ...
ИРЕМ ҒҮМЕР БУЙЫ ҮҘЕН АЯП ЙӘШӘНЕ...

Танышыуыбыҙ ҙа дауаханала булды. Мин медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә килдем, ул - армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан 20 йәшлек егет – сирләй. Тик әсәһе әйткәнсә йөрәк менән кардиологияла түгел, ә эсе китеп, йоғошло ауырыуҙар бүлексәһендә ине.

Артымдан ҡалманы. Әрләп тә, асыуланып та, яҡшылап та әйтеп ҡараным, барыбер арттан ҡалмай йөрөнө. Иланы, үҙен-үҙе үлтерәм тип ҡурҡытты, бахырланды, йәлләтте. Өлөшөмә төшкән көмөшөмдөр тип, кейәүгә сығырға ризалаштым инде.

Бейем менән бергә йәшәнек. Ул улының ҡулынан тартып алып, ирҙәр эшен дә үҙе эшләгән ҡатын булып сыҡты. Өс балабыҙҙы ла ҡарашты, аяҡҡа баҫтырышты. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды, бер ҡасан теге йәки был ерем ауырта тип зарланмаған кеше бесән күбәләп ҡайтып, мунса инеп ятҡайны. Шул килеш торманы ла ҡуйҙы. Бәхилләшеп тә торманы хатта. Яҡшы ат һымаҡ, йүгереп йөрөп, ятты ла үлде.

Ул вафат булғас ҡына донъя йөгөн икәү тартҡаныбыҙҙы аңланым. Ирем йә йөрәгенә, йә бөйөрөнә зарланып, бер нәмә лә эшләмәгән, уның эшен әсәһе башҡарған икән. Өҫтәүенә эсергә лә өйрәнеп алды. Медпунктта ла, өйҙә лә өлгөрә алмай башланым. Йәш тә бара, арыта, ултырған урынымдан йоҡлап китәм, төрлө ауырыу барлыҡҡа килде, операция ла кисерҙем. Инвалидлыҡ таныҡлығын алғас, эшемде ташларға тура килде. Шунда ғына аңланым үҙемдең ярыҡ ялғаш менән ҡалғанымды.

Ғүмер буйы ауырыуға һалышып ятҡан балаларымдың атаһы шап-шаҡтай икән дә баһа. Ялҡаулығы ғына көслө булған. Минең сирле икәнлегемде белгәс, тотто ла ҡаршы күршелә йәшәгән яңғыҙ ҡатынға сыҡты ла китте. Әрләшмәне, аңлатманы. Бер генә һүҙе булды: ауырыу бисә кәрәкмәй!

Бына шулай, әхирәттәр, үҙегеҙҙе артыҡ әрһеҙләмәгеҙ. Йәш саҡта көс тә, дәрт тә етерлек ул. Ҡаймаҡлап-майлап сәй эсһәң, сабынып мунса инһәң, арыуың да, ауырың да бөтә. Иллегә етәрәк улар менән генә бөткән энергияны һәм һаулыҡты ҡайтарып булмай. Шуға күрә үҙегеҙҙе “аҙлап тотоноғоҙ”. Юғиһә минең һымаҡ булып ҡалырһығыҙ. Боронғолар юҡҡа ғына “ауырыу үлмәҫ, һау ҡалмаҫ” тимәгәндер. Минең абышҡа ла ана кейәүләп ята. Ә мин -  операциянан һуң стенаға терәлеп саҡ йөрөгән ҡатын...

Ғ.И.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: