ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь , 15:20

Улар - Рәсәй граждандары!

Паспорт алыу - һәр кемдең тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе.

Улар - Рәсәй граждандары!
Улар - Рәсәй граждандары!

Паспорт алыу - һәр кемдең тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Тап шул мәлдән кеше үҙен Ватанының тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тоя башлай.

11 июндә, Рәсәй көнө айҡанлы, ун дүрт йәше тулған 11 үҫмер шәхесен раҫлаусы тәүге мөһим документына эйә булды.

Тантаналы сарала уларҙың ата-әсәләре һәм яҡын кешеләре лә ҡатнашты.

Паспорттарҙы урындағы «Беренселәр хәрәкәте» бүлексәһе эшен ойоштороу буйынса баш белгес Дмитрий Глущенко, РФ Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексә начальнигы полиция майоры Оксана Мохова тапшырҙы.

Илдең тулы хоҡуҡлы гражданы булыуҙы раҫлаған документты ҡулға алған мәлдән хоҡуҡтар менән бергә бурыстар һәм яуаплылыҡ арта. Рәсәй гражданы булыу - Ватанға хеҙмәт итеү һәм уның мәнфәғәтен яҡлау, үҙ ғәмәлдәрең өсөн яуап биреү тигән һүҙ. Оло тормош юлына баҫҡан йәш замандаштарҙың был исемде лайыҡлы һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөүҙәрен теләйбеҙ!

Л.Хәйруллина фотолары. 

Улар - Рәсәй граждандары!
Улар - Рәсәй граждандары!
Улар - Рәсәй граждандары!
Улар - Рәсәй граждандары!
Улар - Рәсәй граждандары!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: