Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 12:18

Ватан һәм тыныслыҡ өсөн

Бөгөн мәләүездәр ҡала мәҙәниәт һарайы алдында батырҙарса һәләк булған рядовой Саматов Марат Ғәли улын һуңғы юлға оҙатты.

Ватан һәм тыныслыҡ өсөн
Ватан һәм тыныслыҡ өсөн

15 июлдә мәләүездәр ҡала мәҙәниәт һарайы алдында батырҙарса һәләк булған рядовой Саматов Марат Ғәли улын һуңғы юлға оҙатты.

Хәрби менән хушлашырға яҡташыбыҙҙың ата-әсәһе, ҡатыны һәм ике ҡыҙы, туғандары һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары подполковник Олег Тройно, дуҫтары, ауылдаштары һәм башҡалар ҡатнашты.

Марат Саматов 1987 йылдың 11 майында Мәләүез ҡалаһында тыуған. Ул 4-се мәктәпте тамамлаған. 2005 йылда 109-сы һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәрен алып сыҡҡан.  2006 йылдың 16 ноябренән 2009 йылдың 15 ноябренә тиклем РФ Ҡораллы көстәре сафында водитель вазифаһында хеҙмәт иткән. Яҡут Республикаһында вахта ысулы менән водитель булып эшләгән.

2022 йылдың 16 октябрендә махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәт итеү өсөн мобилизациялана. 2024 йылдың 6 июлендә Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Ҡыйыу һалдат Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).

Марат Сматовтың ҡыҫҡа ғына ғүмере Ватанға хеҙмәт итеүҙең оло үрнәге булып, яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Ватан һәм тыныслыҡ өсөн
Ватан һәм тыныслыҡ өсөн
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: