Конгэк
-4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль , 17:34

Ватанды һөйөү туған телде һөйөүҙән башлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыуға һәм һанлаштырыуға йүнәлтелгән башланғыстарға етди иғтибар бүлә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының проекттарының бер өлөшө Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан финансланыуы ла шуны дәлилләй.

Ватанды һөйөү туған телде һөйөүҙән башлана
Ватанды һөйөү туған телде һөйөүҙән башлана

Грантҡа конкурстар башҡорт телен таратыуға, пропагандалауға телебеҙгә, тарихыбыҙға битараф булмаған кешеләргә үҙ идеяларын бойомға ашырырға булышлыҡ итә. Был йәһәттән бик күп проекттар Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды. Мәғлүм булыуынса, «Сәләм», «Bashword», «Эшлекле башҡорт теле», «Әлләсе», «IQbalaBash» һәм «Инофон BASH» ҡушымталары республикала киң популярлыҡ яуланы.

2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылған һәм камиллашыуын дауам итә.

Меруэрт Әһлиуллина әйтеүенсә, мәктәптә уҡығанда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнгән. Аттестатта “дүртле” билдәһе булһа ла, үҙе туған тел буйынса белемен бәләкәй генә “өслөк” тип уйлай. Хәҙер үҙе әсәй булғас, улына туған телен яҡшыраҡ белеүен талап итә һәм текстарҙы өйрәнгәндә онлай-тәржемәсегә мөрәжәғәт итә. “Бик уңайлы!”, - тип билдәләй ул.

 Google компанияһының фирма тәржемә сервистарында башҡорт теле барлыҡҡа килеүе лә башҡорт теленең үҫеш тарихында бик ҡыуаныслы ваҡиға. Хәҙер төрлө телдәрҙән башҡорт теленә һәм киреһенсә, шул иҫәптән офлайн, теләһә ниндәй күләмдәге китаптарҙы тәржемә итергә, ә аҡыллы колонка менән донъя әҙәбиәте классиктарының башҡорт телендә аудиокитаптарын автоматик рәүештә булдырырға мөмкин.

Шулай уҡ мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәрҙе, почталағы хаттарҙы, YouTube-тағы субтитрҙарҙы смартфон камераһы аша тәржемә итергә була.

Мәғлүм булыуынса, Google Translate — телдәр менән эшләү өсөн донъялағы иң ҙур автоматик тәржемәнең түләүһеҙ системаһы. Әлеге ваҡытта «Google Тәржемәсе»(«Google Переводчик») иң күп файҙаланылған ҡушымта. Был сервисҡа эләгеү бик ҡыуаныслы, ул башҡорт теленең цифрлы үҫеше тураһында ла һөйләй. Яңы мөмкинлектәр асылыу менән генә әһәмиәтле түгел был. Ә башҡорт теле тарихында әһәмиәтле яңы бит асылыуына ла мөһим дәлил.

Башҡорт теле кабинеттарын заманса йыһазландырыуға етди иғтибар бирелеүе лә йәш быуында телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа этәргес булып тора. Республикала заманса полилингваль мәктәптәр барлыҡҡа килде. Мәғлүм булыуынса, был мәғариф учреждениеларында урыҫ, сит телдәр менән бер рәттән башҡорт теле лә төптән өйрәнелә, - ти мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова.

Вилиә Марат ҡыҙы башҡорт теленән диктант үткәрелеүен дә туған телгә һөйөү уятыу маҡсатында ойошторолоуын билдәләй.

Башҡорт теленән диктан 10 йыл рәттән уҙғарыла. Фонд ярҙамында 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты һәм йыл һайын үткәрелеп, матур ғаилә байрамына әйләнде. Йылдан-йыл диктант үткәрелгән майҙансыҡтар һаны ла, ҡатнашыусыларҙың географияһы ла арта. 2019 йылда диктантты 69 687 кеше, ә 2023 йылда 340 333 кеше, 2024 йылда диктантты 408 399 кеше яҙған. Оффлайн майҙансыҡтар ойошторола. Диктанттар ҡатнашыусыларҙың өс категорияһы өсөн дә асыҡ. Был акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәй.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: