Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 12:40

Йә, Хоҙайым, бир Хоҙайым!

Әминә апайҙың сирлеләрҙе доға уҡып, массаж эшләп дауалай, тәҫьир итә торған мөғжизәле көсө лә бар. “Ҡул менән һыпырып алғандай булды”, - ти уға башы ауыртып барған уҡытыусы. Баҡтиһәң, ундай далан өләсәһендә лә, әсәһендә лә булған.

Йә, Хоҙайым, бир Хоҙайым!
Йә, Хоҙайым, бир Хоҙайым!
Әминә карауатта һушһыҙ ятҡан ҡыҙының өҫтөнә эйелгән, ҡалтыранған ҡулдары менән етен сәсле башына, кескәй кәүҙәһенә массаж эшләй, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып, бар зиһенең йыйып, уға һаулыҡ һорай, доғалар уҡый. Ә күҙ йәштәре эре, йырылған шишмәләй туҡтауһыҙ аға ғына. Күкрәк аҫтында йөрөтмәһә лә, сит милләтән булһа ла, бәләкәйҙән алып ҡарағас, үҙенең сабыйылай яҡын күрә уны. Күпме шулай торғандыр, бар күңел наҙын биреп үҫтергән ҡыҙының керпектәре дерелдәй, бер аҙҙан йәшкә сыланған ирендәре “Әсәй...” тигән һүҙҙе шыбырлай. Йә Раббым, дауаханала медиктар ярҙам итә алмағанды, иҫенә килтерҙе, йолоп алып ҡалды бит ҡыҙын команан.
Ул көндө иҫенә төшөрөргә тырышмай Әминә, аш-һыу бүлмәһендә осоп-ҡунып, әйткәнде лә көтөп тормай, үҙе белеп эшләп йөрөгән ҡыҙына ҡарап ҡыуана.Һарыш ауылында йәшәгән Әминә Мөҙәрисова уңған ғаиләлә тыуып үҫкән. Әсәһе Миңниса апайҙы яғымлы бик уңған кеше булараҡ әле лә иҫкә алалар, колхозсылар өсөн ҡабартып бешергән хуш еҫле икмәген әле лә хәтерләйҙәр. Ғаилә башлығы Миңлевәли ағай ҙа колхозда тракторсы булып эшләгән. Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән, тигәндәй балалары ла дәртле, эшһөйәр булып үҫә. Өлкән ағаһы Миңлехай - умартасы, икенсе ағаһы Миңлехан - фермер, малсылыҡ менән шөғөлләнә, ауыл халҡын эш менән тәьмин итә, Әминә һеңлеһенең терәге, таянысы. Апаһы Миңзәлә Йомағужа ҡасабаһында йәшәй, икеһе лә “Илһам” вокаль ансамбленең әүҙем ағзалары. Кейәүгә сығып, Әминә Мөҙәрисова бәһлеүәндәй Илмир, Илнур улына юғары белем биреп, башлы-күҙле итеп аяҡҡа баҫтыра. Өлкәне Мораҡта - полицияла, икенсеһе контракт буйынса хеҙмәттә. Диана, Альбина килендәре, Мәрйәм менән Мәҙинә ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тора ул.
Бер йыл элек әсәһен, ҡустыһы Әнүәрҙе, биш йыл түшәктә ятҡан тәүге ире - Ильяс Рәис улын, тәрбиәләп аҙаҡҡы юлға оҙатҡан Әминә апай “нужа” һурпаһын татыған, тормоштоң әсе яғын күп күргән. Шуға ла кеше ҡәҙерен белә. Яғымлы, йомарт, ипле, алсаҡ ханым янында үҙе һымаҡ гел яҡшы дуҫтары күп. “Өлкәнәйгәс, ҡулынан барса эш килгән кеше осраһын ине”, - тип теләй. Бәхетенә, бер нисә йыл элек яҙмыш уның юлына тормош юлдашы итеп үҙе кеүек егәрле Ирек Әмир улын сығарып ҡуя.
Атай-әсәй тәрбиәһенә мохтаж булған балаларҙы тәрбиәгә алғаны өсөн Әминә апайға хөрмәтем ҙур. Эйе, ала инде аҡса өсөн, тип әйтергә теләгәндәр ҙә бар. Теләгегеҙ булғас, һеҙ ҙә ниәтләгеҙ. Танышымды беләм, яратҡан эше, торлағы бар, етеш йәшәй. Берҙән-бер улы өйләнеп ситкә киткәс, йәтим сабый йөрәген исрафланмаған йылыһы менән иретеп, тәрбиәгә алырға күпме уҡталып ҡуйҙы. Ә ул кескәй - бесәй балаһы түгел, имен булмаған ғаиләнең нәҫел билдәләре лә үҙенекен итә. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиҙәрме әле. Ә үҙенең йән тыныслығын уйлаған ханым теләгенән кире ҡайтты. Һәр кемдең ҡулынан килә алмай шул, уның өсөн күңелдең киңлеге генә түгел, бәлки тыумыштан педагог һәләте, әҙәм балаһын дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн рухи көс тә кәрәктер?“Башта өс ҡыҙ тәрбиәгә алдыҡ. Улар хәҙер үҫеп етте, юллап фатир алышып бирҙек. Үҙ аллы булһалар ҙа, тыуған йорттай күргән өйөбөҙгә ҡайтҡандарын көтөп алам. Икенсе милләт ҡыҙыҡайҙарымдың шәрифе нигеҙендә “ҡарғыш” тигән алама һүҙ бар ине. Матур, аҡыллы балаларҙың киләсәген яҡшыға юрап, фамилияларын икенсегә үҙгәрттем”, - ти Әминә Миңлевәли ҡыҙы. Әйткәндәй, әсәйҙәренән күреп, Наташа ҡыҙы ла (исеме үҙгәртеп алынды) йыр-бейеүгә маһир, татарса-башҡортса матур һөйләшә. “Ғаилә йылыһы етмәгәндәрҙең күңелдәрен иретерлек йөрәгемдә йылы ҡалды, тағы ла алып ҡараһам, ни әйтерһең?”, - тип йәшлек әхирәте, педагог Зәйлә Әлмөхәмәтова менән кәңәшләшкәс, опека бүлегенә мөрәжәғәт итә. Дүрт йыл элек уға тағы бер туған ике ҡыҙ, ике малайҙы тәрбиәгә ышанып тапшыралар. Тәртип, тәрбиә күрмәгән баланы ғаиләгә алыу, минеңсә, ҙур батырлыҡ.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, улар йәшәгән йорт бөхтә, тирә-яғы ялтлап тора. Яңы өй төҙөр алдынан, Һаҫыҡ күл ярынан бер нисә “КаМАЗ” машинаһы менән сүп-сар сығарып түгәләр. Исеме ямаҡ тимәгеҙ, күл бик ҙур, матур, ғәжәйеп тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан һыуҙа балыҡ та үрсегән. Ир-егеттәрҙең шөғөлө тип тормай, балыҡ та ҡармаҡларға ярата геройыбыҙ. Егәрле хужабикә йөҙәрләп ҡаҙ алып та аҫрай. Быйыл иһә инкубаторҙа бүҙәнә сығарып алған. Ҡура тултырып мал тоталар.
Әминә апайҙың сирлеләрҙе доға уҡып, массаж эшләп дауалай, тәҫьир итә торған мөғжизәле көсө лә бар. “Ҡул менән һыпырып алғандай булды”, - ти уға башы ауыртып барған уҡытыусы. Баҡтиһәң, ундай далан өләсәһендә лә, әсәһендә лә булған.
Эштән бер аҙ бушаған арала Әминә ханым, кәмәлә күлдә йөҙөргә ярата. Тәбиғәт ҡосағында ул өләсәһенән отоп алған мөнәжәтте һуҙа: “Эй Хоҙайым, Хоҙай Кәрим,
Һинең рәхмәтеңә ҡарайым,
юғиһә мин ҡайҙа барайым?
Шәфәғәт йә рәсүлуллаһ.
Юғиһә мин ҡайҙа барайым?
Шәфәғәт йә рәсүлуллаһ.
Эй хоҙайым, үҙеңдән рәхмәт,
Мине мәхрүм ҡылма Һин.
Күңелең киң, күк күгәрсендәй
теләгем тыңла Һин.
Эй Хоҙайым, бир Хоҙайым,
эй Хоҙайым, бир Хоҙай.
Донъя әхирәт мәҡ һүҙеңдән
эй Хоҙайым, бир Хоҙай.
Донъя әхирәт мәҡ һүҙеңдән
Айырма һин, бер Хоҙай.
Етәрме икән, бөтәрме икән,
Был ҡайғылар бөтәрме икән,
Был ҡайғылар бөткәнсе,
әжәл сабыр итәр микән?
Алла бойорһа, Әминә Миңлевәли ҡыҙына бәхет-тәүфиҡтары менән балаларҙы үҫтерергә, алдына ҡуйған бар маҡсатын тормошҡа ашырырға насип итһен.

Зәйлә ӘЛМӨХӘМӘТОВА, Мәләүез районы, Восточный ауылы, юғары категориялы педагог, “Илһам” вокаль ансамбле етәксеһе:

 - Хәҙерге ата-әсәләр ғаиләлә бала табыуға яуаплы ҡарай. Дәүләт Һәм Башҡортостан республикаһы әсәлеккә һәм аталыҡҡа бындай ҡарашты хуплай һәм һығылмалы ярҙам сараларын тәҡдим итә. Һәр ғаилә бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем һәр этапта ярҙамға иҫәп тота ала. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары балалы ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен тәьмин итеү өсөн төрлө формалар тәҡдим итә. Һүҙ төрлө льготалар һәм пособиелар рәүешендә матди ярҙам, шулай уҡ мөһим хеҙмәттәр һәм тауарҙар күрһәтеү аша ярҙам тураһында бара. Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә, уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар һалынған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә түләүгә ташламалар ҡаралған.

Йә, Хоҙайым, бир Хоҙайым!
Йә, Хоҙайым, бир Хоҙайым!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: