Рухлы Баймаҡ фермеры Илнур Биктимеров ғәләмәт шәп конкурс иғлан иткән.
"Ат – борон-борондан башҡорттарҙың тоғро дуҫы, терәге һәм таянысы булған. Яуҙа – яуҙаш, донъя көткәндә юлдаш та ул. Башҡорт атын данлап яҙылған, уға гимн булып яңғырарҙай рухлы йыр авторына ҙур бүләк – башҡорт аты тапшырыласаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа бүләк тапшырыла", - ти рухлы Баймаҡ уңғаны. Конкурсҡа йырҙар 1- се декабргә тиклем ҡабул ителә. Ятып ҡалғансы, атлы булып ҡал!