Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь , 07:43

Бөгөн аҡ торналар көнө

22 октябрь Рәсәйҙә поэзия байрамы – Аҡ торналар көнө.

Аҡ торналар байрамы – хәтер, ҡайғы һәм яҡтылыҡ символы
 Был матур ҡоштар хәтер, ҡайғы һәм шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡ символы. Һуғышта һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтелә, халыҡтар дуҫлығы данлана.

Рәсүл Ғамзатовтың “Торналар” шиғырын барыбыҙ ҙа белә. Был көн шуға бәйле килеп сыҡҡан. Кавказда шундай ышаныу бар: вафат булғандар торналарға әүерелә.
22 октябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу саралары үтә. Төрлө ерҙә шиғыр кисәләре ойошторола. Үҙ ҡулдары менән эшләгән аҡ торналарҙы һауаға осороу традицияһы ла бар.

Төрлө халыҡтар мәҙәниәтендә аҡ торна изге башланғыстар символы ла булып тора. Беҙҙең илдәге әҙәбиәттә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрҙә лә торна образы кеше рухының үлемһеҙлеге булып һынландырыла.


Бөгөн аҡ торналар көнө
Бөгөн аҡ торналар көнө
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: