- Һинең үҫкәнеңде лә күрмәнем ул мин. Ҡайһы арала шулай ҙурайып киттең икән, ҡустым? - тим, руль артындағы яугир ауылдашыма. Уйлап ҡараһаң, ғүмерҙең ағышы шул тиклем етеҙ икән, был егет тә яңы ғына тыуған кеүек ине. Унан беренсе класҡа барған икән, уҡып бөткән, һөнәр алған, армияға киткән, хеҙмәт итеп ҡайтҡан, өйләнгән, тигән хәбәрҙәр ишетелде. Әйтерһең дә, бөтә ваҡиғалар кино таҫмаһындағы кеүек бер-бер артлы, тиҙ-тиҙ генә үтеп киткән. Бөгөн ике бала атаһы булған яҡташым ил именлеген һаҡлай.
- Мин ни урманда, утын-бесән араһында үҫтем бит инде, апай, шуға күрмәгәнһегеҙҙер. - Шуҡ, шаян егет, мин биргән һорауға яуапты тиҙ тапты.
Эйе, бөтә ауыл малайҙары ла шулай урманда, утын-бесән әҙерләп үҫә бит инде ул. Ҡул араһына инер йәшкә еткәс, донъя мәшәҡәтенең бер өлөшө улар иңенә төшә башлай. Көстәре етерлек ниндәй эш бар, барыһын да башҡара улар. Ир бала, шулай ата-әсәһенә донъя көтөшә-көтөшә, мәктәбен тамамлай, студент була, йәше еткәс, һалдатҡа алына, һуңынан үҙе ғаилә ҡороп, мал таба, торор мөйөшөн хәстәрләй... Кисәге утын-бесән араһында үҫкән малай яйлап башта егет, һуңынан ир ҡорона инеп китә. Яҡындары өсөн ҡалҡан булған көслө зат, Ил-әсә саҡырыу ташлаһа, ҡулына ҡорал алып Тыуған иле һағына ла баҫа...
Мәҡәләне гәзиттең 46-сы һанында уҡырға мөмкин.
Фото архивтан.